Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2021, 17:49

Тәүге конкурс иғлан ителде: ҡатнашығыҙ!

Биреләсәк Рәсәй Президенты гранттарының дөйөм суммаһы - 3,5 миллиард һум.

Тәүге конкурс иғлан ителде: ҡатнашығыҙ!
Тәүге конкурс иғлан ителде: ҡатнашығыҙ!

Мәҙәни башланғыстар президент фонды тәүге конкурс иғлан итеп, ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар йыя башланы. Был сара мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия проекттарын тормошҡа ашырыуға гранттар алырға ярҙам итәсәк.

Биреләсәк дөйөм сумма - 3,5 миллиард һум. Рәсәй Президенты грантына заявкалар һигеҙ тематик йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: “Ижадсылар милләте”, “Бөйөк рус һүҙе”, “Ғорурланам”, “Көс урыны”, “Мәҙәни аҙым”, “Йәш лидерҙар”, “Ил тарихы: ҡаршылыҡты үтеүҙәр һәм еңеүҙәр тарихы. Дәүерҙәр”, “Күп милләтле халыҡ”.

Ҡатнашырға ғаризалар 30 июлгә саҡлы фондкультурныхинициатив.рф. сайтында ҡабул ителә. Августа проекттарға баһа биреләсәк, һәр заявканы бер нисә эксперт бер-береһенән бойондороҡһоҙ рәүештә һәм берҙәй үлсәмдәр буйынса тикшерәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре 15 сентябрҙән дә ҡалмай иғлан ителәсәк.

Фото: zen.yandex.r

Автор:
Читайте нас: