Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Декабря 2020, 21:00
Ҡороттоң шифаһы хаҡында кем белмәй?!
Ҡороттоң шифаһы хаҡында кем белмәй?!
Ҡороттоң шифаһы хаҡында кем белмәй?! “Халыҡ контроле” Федераль проектының төбәктәге координаторы Гөлнур Ҡолһарина Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылындағы милли аш-һыуыбыҙ ҡорот етештереү цехында булып, сифатын баһаланы.
Цех 2012 йылда асылып, ата-бабаларыбыҙ рецебы буйынса ҡорот, эркет һыуы, ҡыҙыл эремсек әҙерләй. Тәүлегенә ауыл халҡынан 700 кг һөт ҡабул итеп, унан 350 кг әҙер продукция етештереп алалар. Экологик яҡтан таҙа, саф һөт аҙығы Сибай, Баймаҡ, Өфө, Салауат, Мәләүез ҡалаларына оҙатыла. Киләсәктә ҡоротто муйыл, ҡарағат, ҡайын ағасы, еләк тәме менән сығарырға уйлайҙар. Шулай уҡ ҡоротто киптереп һәм ыуаланған килеш тә һатыуға сығарыу ҡаралған.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ҡорот цехының эшен юғары баһаланы. “Ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеп, милли традицияларыбыҙҙы тергеҙеп, изге эш башҡара яйыҡбайҙар, - тине ул. – Сифатлы, саф аҙыҡ етештереү менән бер рәттән эш урындары ла булдырылған. Ауыл продукцияһын эшкәртеү уңайынан бындай мини-цехтар төбәктәрҙә бик кәрәк”.
Гөлнара Мостафина
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"