Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Декабря 2020, 21:00
Килешеү төҙөргә ашыҡ!
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә күп ҡатлы һәм шәхси йортта йәшәүселәр, шулай уҡ юридик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар ағымдағы йылдың ғинуарында мотлаҡ рәүештә төбәк операторҙары менән ҡый сығарыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Ошо хаҡта БР-ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тәртибендә килешеү төҙөү кәрәклеге хаҡында әйтелгән. Уның формаһы һәм тәртибе беҙҙең республиканы хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының рәсми сайтында бирелгән.
Баймаҡ районы “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һына беркетелгән.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә илдәге кеүек үк беҙҙең республика ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер ҡыйҙарҙы йыйыу, транспортировкалау, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә. Ә беҙгә уларҙың хеҙмәте өсөн билдәләнгән тарифҡа ярашлы түләргә тура киләсәк.
Был сара тәү сиратта ҡалдыҡтар менән заманса эш итеү, экологик яҡтан хәүефһеҙ система булдырыу, рөхсәт ителмәгән ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү һәм яңыларын барлыҡҡа килтермәү, шулай уҡ ҡыйҙарҙы сортировкалау һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыу маҡсатында башҡарыла.
“ЭКО-Сити” ЯСЙ-һының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8(800)700–49–00.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"