Һаҡмар
-10 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 02:00
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
“Һаҡмар” гәзитенең беренсе мөхәррире, район һәм төбәк журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән, бөгөн инде Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең генераль директоры вазифаһын уңышлы атҡарған Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын тапшырҙы. Улар араһында яҡташтарыбыҙҙың да булыуы ҡыуаныслы һәм ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята.
“Һаҡмар” гәзитенең беренсе мөхәррире, район һәм төбәк журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән, бөгөн инде Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең генераль директоры вазифаһын уңышлы атҡарған Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Баймаҡ район китапханаһының бүлек мөдире Иҙелбаева Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде. Ә Баймаҡ участка урмансылығының участка лесничийы Рәхимов Сәйғәфәр Ғәйфулла улының хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Яҡташтарыбыҙҙы ошондай юғары наградаларға лайыҡ булыуҙары менән бар район халҡы исеменән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Афарин!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"