Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Декабря 2020, 21:00
БР-ҙа башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта әҙерләйҙәр
Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта әҙерләйҙәр.#Мәғариф #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото: Олег Яровиков
Проекттың заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы. Ҡушымта Android һәм iOS мобиль ҡулайламаларында эшләргә тейеш, тип хәбәр ителә дәүләт һатып һатып алыуҙары сайтында баҫылған тендерҙа.
Әҙерләүсе менән хаҡы 2,5 миллион һумға тиклем контрактҡа ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Конкурсты 24 сентябрҙә уҙғарырға уйлайҙар. Ҡушымта 50 көн эсендә әҙер булырға тейеш.
Подрядсы алдан башҡорт теленең лексикаһы, терминологияһы, морфемикаһы һәм грамматикаһы буйынса тикшереү үткәрергә бурыслы. Ҡушымта Breakthrough Level (элементар) кимәле өсөн әҙерләнә. Унда эҙләү системаһы, «Һайланма», «Яҙмалар» һәм башҡа рубрикалар булырға тейеш.
Заказсы башҡортса мәҡәл-әйтемдәрҙе, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса һүҙлектәрҙе һәм башҡа функцияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Айнур Хәйбуллин башҡорт теленән үҙөйрәткес әҙерләне лә инде, хәҙер уның ярҙамында телде өйрәнә башларға мөмкин. 2019 йылдың апрелендә мобиль операция системалары өсөн яңы версия әҙерләүҙәре билдәле булды, ул быйыл уҡ эшләй башлай һәм уны Google Play, App Store электрон майҙансыҡтарынан күсереп алырға була.
http://www.bashinform.ru/bash/1348272/?sphrase_id=11048687
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"