Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Декабря 2020, 21:00
Йәйге лагерҙарҙың икенсе заезы тамамланып та өлгөрҙө. Был ваҡыт эсендә 570 бала ял итеп өлгөрҙө. Шуларҙың 67-һе етем йә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән балалар, 20-һе “Спарта” профилле смена уҡыусылары.
Алда “Орленок” лагеры һәм “Граф күле” турбазаһында 3 заеда 285 уҡыусының ял итеүе көтөлә. Шуларҙың 34-е етем балалар, 30-ы спорттың бокс төрө буйынса төрлө ярыш чемпиондары. Аҙ тәьмин ителгән 5 бала Ишембай ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ” лагерының “Йәш спецназсы” профилле сменаһына юл тота. 8 ауыр холоҡло бала Хәйбулла районының “Һаҡмар” шифаханаһында 6-26 августа һаулығын нығытасаҡ.