Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:27

Мәскәү башҡорттары араһынан белгестәр төрлө йүнәлештәге фекерҙәрен уртаҡлашты

Дистанцион рәүештә Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткән баш ҡаланың билдәле башҡорттары менән осрашыу ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәъҫораттар ғына ҡалдырҙы. Башҡорт йәмәғәтселегенең әүҙем вәкилдәре сессия осрашыуҙарында төрлө өлкәләрҙә ярайһы уҡ уңышҡа ирешкән милләтәштәрҙең сығыштарын тыңланы.

Әнүзә Мырҙабаева, «Һаумы!» яман шеш менән пациенттарҙың ассоциацияһы етәксеһе, «Онкомаяҡ» проекты менән таныштырҙы, яман шеш менән сирлеләрҙең һәм уларҙың яҡындарына ярҙам тураһында һөйләне.
Ул яман шешкә килтереү ихтималлығы булған факторҙарҙы тасуирланы, табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәүҙең ҡурҡынысы хаҡында һөйләне. Мәғлүмәти һәм психологик ярҙам сирлегә лә, уның туғандарына ла кәрәк, тип иҫәпләй ул.
«Был ауыр кисерештәрҙе үҙем дә йөрәгем аша үткәрҙем: 5 йыл элек атайым яман шештән сирләне. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек федераль структураларҙа эш тәжрибәм булғас, яман шеш менән яфаланған сирлеләргә нисек ярҙам итергә беләм. Минең «Онкомаяҡ» тигән проектым бар. «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошманың 8-800 302 90 45 телефоны аша Ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратып, мәғлүмәти ярҙам алырға мөмкин. Белгестәр кемгә мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, табип-онкологтың фекерен ишетергә, юридик һәм психологик ярҙам алырға булышасаҡтар»,— ти Әнүзә Мырҙабаева, «Һаумы!» яман шеш менән пациентарҙың ассоциацияһы етәксеһе, «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошма директоры.
Билдәле скульптор, уҡытыусы, Рәсәйҙең Халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ҡатнашыусыларға һәйкәл сәнғәтенең теле, башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге хаҡында уйҙарын еткерҙе. Салауат Александр улы шулай уҡ үҙенең башҡортлоғон танып аңлау тарихын һөйләне.
«Мин әллә ни йәш кеше түгел инде, ә бына башҡорт булараҡ йәшмен. Атайымдың күҙлеге аша мин һәр ваҡыт үҙемде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшө итеп күрҙем, әммә аҙаҡҡы йылдарҙа мин сығышымды тәрәнерәк өйрән башланым. Шәжәрәмде төҙөнөм. Милли һыҙаттар, орнамент һәм башҡа төрлө аныҡ элементтар кеүек һынланмаһа ла, минең ижадымда һәр саҡ булған кеүек. Башҡорт һәйкәл сәнғәтенең киләсәге бик бай. Милләттәштәребеҙ араһында скульпторҙар һәм, ғөмүмән, ижадсылар күберәк булһын өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ»,—тип белдерҙе Салауат Щербаков.
Бөтә донъяның дистанцион форматҡа күсеүен, йәнле аралашыуҙың кәмеүен иҫәпкә алғанда, Гөлнара Ибраҡованың сығыш үтә файҙалы булды. Гөлнар телмәр оҫталығы буйынса дәрестәр алып бара, диктор булып эшләй.
«Телмәр имиджы беҙҙең һәр беребеҙгә кәрәк. Айырыуса беҙҙең осорҙа, мессенджерҙар аша яҙышыу ныҡ таралғанда. Беҙ үҙ тауышыбыҙ менән һирәк аралашабыҙ. Бөгөнгө көндә көнкүреш телмәрҙән башҡа, беҙҙең ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеге юҡ. Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар һәм аралашыуҙар мөхите тарая бара, ваҡыт ҡыҫҡара. Һөйләшеүҙәр „Сәләм, хәлдәр?“ кимәленә тиклем етә. Шуға темләр оҫталығын камиллаштырыу бик кәрәк, ул һеҙҙе башҡаларҙан ныҡ айырып торасаҡ»,— тип белдерҙе Гөлнара Ибраҡова.
Илфат Әмиров Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән ябай башҡорт егете. Бөгөн ул киң билдәле ММА көрәшсеһе, илебеҙ башҡалаһында бер нисә шәхси спорт клубы бар. Ул бала саҡтан дзюдо һәм ҡул көрәше менән мауыға. Мәскәүгә күскәс, ҡатнаш алыш менән етди шөғөлләнә башлай һәм ошо спорт төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшә.
«Шәхси спорт клубын асыу хыялы менән күптән яна инем. Уны тормошҡа ашырырға — спорттағы уңыштарым, инвесторҙар йәлеп итергә яуланған исемем ярҙам итте. Бөгөн Мәскәүҙең үҙәгендә клубым эшләй һәм ул башҡалалағы иң абруйлы клубтарҙың береһе иҫәпләнә. Бында профессонал спортсылар шөғөлләнә. Икенсе клубым фитнес-зал форматында, унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. Оҙаҡламай өсөнсө клубым асыласаҡ. Ниндәйҙер хыялды тормошҡа ашырыу өсөн теләк кенә әҙ, ошо хыял менән янырға, уға табан барырға кәрәк»,— тине сығышында Илфат Әмиров.
Шул уҡ ваҡытта Илфат, Мәскәүҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүгә ҡарамаҫтан, уның клубына башҡорттарҙың әҙерәк йөрөүен билдәләп үтте. Ә яҡташтары өсөн ул айырым ваҡыт бүлгән, әлегә унда ундан ашыу кеше йөрөй. Башҡорт йәштәре менән аралашыуҙан файҙаланып, спортсы уларҙы әүҙемерәк булырға, маҡсаттарына ынтылып йәшәргә саҡырҙы.
М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина сығышында тәбиғи билингвизм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, туған телде өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр менән таныштырҙы.
«Билингвизм- ике тел белеү, кеше уларҙы бер иш кимәлдә белһә лә, улар менән тигеҙ булмаған шарттарҙа файҙаланыуы ихтимал. Был күренеште Рәсәйҙә туған телдәргә бәйле күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, ғаиләлә, мәктәптә, социаль селтәрҙәрҙә беҙ үҙебеҙҙең туған телдә аралашабыҙ, ә һөнәри эшмәкәрлек һәм башҡа тармаҡтар рус теле аша башҡарыла. Билингвизм —ул өҫтөнлөк, һәм беҙ балаларыбыҙға ошо өҫтөнлөктө бирергә тейешбеҙ. Ике тел белеүселәрҙең аҡыл ҡеүәһе бер генә тел белгәндәрҙән юғарыраҡ: улар ижади ҡарашлы, хәтерҙәре яҡшыраҡ, тиҙерәк уйлай. Тәбиғи билингвизм — тимәк, тел үҙләштерелә, ә көсләп өйрәтелмәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү тышҡы һәм эске мотивация менән бәйле. Тышҡы мотивация кешенең ғаиләһе, уҡыу йорто, власть органдары тарафынан булдырылған шарттар арҡаһында тыуа. Айырыуса эске мотивация мөһим. Был кешенең үҙенең теләге, маҡсатына бәйле. Балаға тел өйрәтеүҙә- иң яҡшы ысул. Шуға күрә лә ата-әсәләр бала бәләкәй сағында ошо мотивацияны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Тәүге өс йыл- сабый өсөн тел өйрәнеүҙә иң яҡшы мәл. Өс йәштән ун йәшкә тиклем һәләттәрҙе үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ, мөхит бик әһәмиәтле. Әгәр аралашыу өсөн ҡулайлы мөхит булмаһа, беҙ уны үҙебеҙ ойошторға мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә беҙ үҙебеҙ шундай мәҙәниәт "утрау"ҙары булдырабыҙ ҙа инде. Бар Мәскәүҙән балалар йыйыла һәм туған телендә аралашыу мөмкинлеге ала»,— ти Ләйсән Әхмәҙуллина.

Форумда спикер булып Schneider Group проекттары менеджеры Марат Төхвәтуллин «Белем һәм карьера» темаһы менән сығыш яһаны.

Марат үҙе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусыһы. Гимназияны тамамлағас төрлө ҡалаларҙа, Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә. Мәҫәлән, И.М.Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты һәм Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.

Үҙенең миҫалында университетҡа тиклемге һәм унан һуңғы тормошы хаҡында һөйләп үтте, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә билдәләне, Студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған, иң актуаль һорауҙарына яуап бирҙе.

Эш, уҡыу стартегиялары презентацияһын булдырҙы. Эш менән уҡыуҙы нисек яраҡлаштырыу буйынса әңгәмә ҡорҙо. Йәш белгестәр өсөн актуаль проблемаларҙы үтеп сығыу өсөн бер нисә күнекмәләр, кәңәштәре менән бүлеште. Шулай уҡ, Марат магистратура темаһына ла ҡағылып үтте.

«Минең фекеремся магистратураға ҡабаланмай, аныҡ йәшкә етеп, ни өсөн һин һайлаясаҡ һөнәр кәрәклеге хаҡында уйлап барырға кәрәк. Ул мотлаҡ түгел, әммә киләсәктә кәрәк булыуы мөмкин һәм ниндәйҙер осраҡта өҫтөнлөк аласаҡ»,- тип бүлешеп үтте Марат Төхмәтуллин.
Абитуриенттарға ул киләсәктә өйрәнәсәк һөнәрҙәрен ентекле ҡарап сығырға һәм алдағы йылдарҙа һөнәрҙең актуаллеге, кәрәклеге хаҡында уйланырға кәңәш итте.
Читайте нас: