Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 15:30

Сәй менән... бәлеш бешерәйек!

#Һаҡмар_рецептарыҠайһы саҡта фантазия бөтөп китәме, әллә бер төрлөлөк ялҡытып ҡуямы, әммә төшкө йә киске аш әҙерләгән саҡта аптырап ҡалаһың. Минең менән күп кенә хужабикәләр килешер тип уйлайым. Шуға ла был сәйҙән бешерелгән был бәлеш балаларығыҙҙың да, ирегеҙҙең дә күңеленә хуш килер моғайын. Бының өсөн пакетлы сәй, ҡайнар һыу, он, үҫемлек майы, шәкәр һәм ни бары ике аш ҡалағы ғына ниндәй ҙә булһа ҡайнатма кәрәк буласаҡ.

1 шт. пакетлы сәй, 250 мл ҡайнар һыу, 240 гр йәғни 1,5 стакан он, 200 гр шәкәр (аҙыраҡ алрға ла мөмкин), өҫтөнә һөртөр өсөн 2 аш ҡалағы ҡайнайтма.
Пакетлы сәйҙе ҡайнар һыуға 5 минутҡа һалып торабыҙ ҙа алабыҙ. Унан йылымыс хәлгә килгәнсе ситкә ҡуйып торабыҙ.
Табаҡҡа шәкәр һалабыҙ һәм уға ике аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ өҫтәйбеҙ һәм йылы сәйҙе ҡоябыҙ. Яҡшылап бутайбыҙ ҙа он менән разрыхлитель өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә болғатабыҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булған әҙер ҡамырҙы майлы табаға йә махсус формаларға ҡоябыҙ.
220 градуслы духовкала 10 минут тирәһе бешергәндән һуң бәлештең өҫтөнә ҡайнатма һөртөп, йәнә 15 минут тирәһенә духовкаға ултыртабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: