Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 11:16

Ул тормошобоҙға йәшен кеүек килеп инде

COVID-19. Ул тормошобоҙға йәшен кеүек килеп инде. Көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы асып һалып, яңы заман геройҙарын тыуҙырҙы.

COVID-19. Ул тормошобоҙға йәшен кеүек килеп инде. Көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы асып һалып, яңы заман геройҙарын тыуҙырҙы.
Башҡортостан бына ярты йыл инде яңы форматта йәшәй. Әммә һынауҙар бының менән генә сикләнмәй әле. Үҙизоляция, дистанцион уҡыу, иҡдисаттағы ауырлыҡтар... Алда беҙҙе тағы ниндәй ауырлыҡтар көтә икән?
Ниндәй генә осор булмаһын, һәр саҡ тәүге урында Кеше торорға тейеш. Һау-сәләмәт йәмғиәт ауыр хәлдә ҡалғандарҙың хәленә инергә, көслө һәм ышаныслы медицинаға таянырға тейеш. Был хаҡиҡәт заман ауырлыҡтарына ҡарап үҙгәрергә тейеш түгел.
Киләсәктә башҡа исем менән аталған башҡа төрлө фильмдар ҙа булыр. Әлегә 20 октябрҙә 20:15 сәғәттә БСТ телеканалында "Башкортостан. Хроники. Ковид" документаль фильмын ҡарарға саҡырабыҙ. Был яҙма беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ тураһында. Был ысынбарлыҡ.
P.S. Тынысланырға әле иртәрәк. Әле ауырыу бөтмәгән. Алда беҙҙе йәнә лә һынауҙар көтә.
Читайте нас: