Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 18:21

Мөғжизәле май

#Һаҡмар_дауалайБыл май бик күп ауырыуҙарға дауа була. фиброма, мастит, гангрена, сей яра (язва) (шул иҫәптән трофик язва), янған урынды, сиҡанды, ярылған ерҙе, быуындар һыҙлауын, оҙаҡҡа һуҙылған гайморит, эренле отит, тамаҡ шешен, экзема, түллек кистаһын...Эмалле һауытҡа 1 сткан таҙартылған үҫемлек майын (рафинированный), бер шырпы ҡабылай бал ҡорто балауыҙын һалып, һүрән утҡа ултыртабыҙ. Балауыҙ ирергә тейеш. Йоморлап бешкән йомортҡа һарыһының яртыһын башта сәнске менән, унан бармаҡтар менән ипләп кенә иҙәбеҙ. Шул арала балауыҙ иретелгән майға уны әкренләп ҡуша барабыҙ. яҡшылап болғатабыҙ һәм уттан алып, 10-15 минут самаһы ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ капрон туҡыма менән һөҙөп, быяла һауытҡа ултыртып ҡуябыҙ. Әҙер майҙы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Был май бик күп ауырыуҙарға дауа була. фиброма, мастит, гангрена, сей яра (язва) (шул иҫәптән трофик язва), янған урынды, сиҡанды, ярылған ерҙе, быуындар һыҙлауын, оҙаҡҡа һуҙылған гайморит, эренле отит, тамаҡ шешен, экзема, түллек кистаһын...
Эмалле һауытҡа 1 сткан таҙартылған үҫемлек майын (рафинированный), бер шырпы ҡабылай бал ҡорто балауыҙын һалып, һүрән утҡа ултыртабыҙ. Балауыҙ ирергә тейеш. Йоморлап бешкән йомортҡа һарыһының яртыһын башта сәнске менән, унан бармаҡтар менән ипләп кенә иҙәбеҙ. Шул арала балауыҙ иретелгән майға уны әкренләп ҡуша барабыҙ. яҡшылап болғатабыҙ һәм уттан алып, 10-15 минут самаһы ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ капрон туҡыма менән һөҙөп, быяла һауытҡа ултыртып ҡуябыҙ. Әҙер майҙы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Был май, ысынлап та бик көслө. Ҡулланыр алдынан һыу парында 40 гр тиклемен йылытып алыр кәрәк.
Әҙер майҙы ҡулланыу:
1. Гайморит. аш ҡалағында йылытып алынған майҙы пипетка менән танауға һалалар. Тик май һыуынмаҫ элек тиҙ-тиҙ генә тамыҙыр кәрәк. Берәр сәғәт интервал менән ике тапҡыр һалғанда, ҡатып бөткән гаймориттан да ҡотолоп була.
2. Эренле отит. Мамыҡтан ишелгән бауҙы ҡолаҡҡа тығалар. Мәле-мәле менән мамыҡты алыштырып торор кәрәк. Шул уҡ ваҡытта майҙы ҡолаҡ артына һөртәләр. Май эренде үҙенә тартып ала. Ошолай барлыҡ отитты ла дауаларға мөмкин.
3. Тамаҡ шешен, тамаҡтағы абсцессты, эренле ангинаны дауалау өсөн майҙы тамаҡҡа һөртәләр, муйынға компресс эшләйҙәр. Ошолай кис эшләп ятҡанда (сәғәт һайын ҡабатлап торғанда), таңға шеш бөтә.
4. Бронхи, ашҡаҙан, эсәк ауыртҡанда, тәнгә сиҡан, күҙгә арпа сыҡҡанда ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр яртышар балғалаҡ ашар кәрәк.
5. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары: 10 аҙнаға тиклемге фибромиома, түллек кистаһы, өҫтәмә ағзаларҙың елһенеүенән, мастопатия, маститты дауалау өсөн инәлек енсәһенә (влагалище) майлы тампон ҡуйыла һәм иртәле-кисле алмаштырылып торола. Бер аҙнанан һуң киста булыуын хатта хәтерләмәҫһегеҙ ҙә, ә фиброманы дауалау өсөн оҙағыраҡ мәшәҡәтләнергә тура килер. Түш ауырыуын дауалағанда былай эшләнелә: түшкә май һеңдерелгән салфетка һалып, өҫтөн компресс өсөн ҡағыҙ йә целлофан һалына. Мөмкин булғанса ике сәғәт һайын алмаштырылып торола.
6. янған урынды, сиҡанды, яраны, шеште, теш һыҙлауын, тубыҡтар ауыртыуын да был май менән дауалайҙар. Төнгөлөккә ауыртҡан, һыҙлаған урынға һөртөп, төрөп ҡуйыла. Һыҙлаған тештең уртына һөртөлә. Һөҙөмтәлә ауыртыуҙар баҫылып ҡалыр.
7. Трофик язваны, гангренаны ла майлы салфетка һалынып (ике сәғәт һайын алмаштырыла) дауалайҙар. Яранан эрен урғылып сығыр.
8. Һөртә, компресс һала торған урынға ғәҙәттә төндә һөртәләр.
9. Был мөғжизәле май хатта тырнаҡты ла нығыта.
Әйткәндәй, балауыҙ бал ҡортоноҡо булырға тейеш. Һөртөнөр өсөн эшләһәгеҙ, үҫемлек майының ниндәйе булһа ла бара, ә бына эсер өсөн зәйтүн майына өҫтөнлөк бирегеҙ.