Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 21:38

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштыралар

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштыралар5 часов назад Башҡорт халыҡ көйө «Хәтирә» ҡумыҙҙа башҡа төрлө яңғырай. Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ойошторолған мастер-кластарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре быға инанды.Сара Башҡортостан Башлығы Грантына уҙғарыла. Сафакүл ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресенә тәүгеләрҙән килде. Быйыл сәнғәт мәктәбендә фольклор бүлеге асылған.Ҡумыҙ сиртеү серҙәренә әле уларҙы донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов өйрәтә. «Ҡумыҙсылар ансамбле төҙөйәсәкбеҙ. Эш башланды инде. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән килә, бик оҡшаталар»,— ти БР халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре менән бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк. Сафакүлдә, шулай уҡ, вокал һәм хореография буйынса мастер-кластар үтә. Бер нисә көн эсендә билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар көтә. «Беҙгә Урал аръяғына Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилиә Бәхтиева, Азамат Кәримов килде. Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы дауам итә. Бөгөн Башҡортостандан коллегаларыбыҙ менән Сафакүл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Мөжәһитов ҡатнашлығында эшлекле һөйләшеү уҙҙы»,— ти Зинфира Закурдаева. Йырсы, оҙон көйҙәр башҡарыусы Зилиә Бәхтиева халыҡ йырҙарын өйрәтә, "Һылыуҡай"ҙа ҡатнашасаҡ ҡыҙҙарҙы конкурсҡа әҙерләй. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштыра.

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштыралар

5 часов назад
Башҡорт халыҡ көйө «Хәтирә» ҡумыҙҙа башҡа төрлө яңғырай. Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ойошторолған мастер-кластарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре быға инанды.
Сара Башҡортостан Башлығы Грантына уҙғарыла. Сафакүл ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресенә тәүгеләрҙән килде. Быйыл сәнғәт мәктәбендә фольклор бүлеге асылған.
Ҡумыҙ сиртеү серҙәренә әле уларҙы донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов өйрәтә.
«Ҡумыҙсылар ансамбле төҙөйәсәкбеҙ. Эш башланды инде. Балалар дәрестәргә ҙур теләк менән килә, бик оҡшаталар»,— ти БР халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре менән бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк. Сафакүлдә, шулай уҡ, вокал һәм хореография буйынса мастер-кластар үтә. Бер нисә көн эсендә билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар көтә.
«Беҙгә Урал аръяғына Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилиә Бәхтиева, Азамат Кәримов килде. Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы дауам итә. Бөгөн Башҡортостандан коллегаларыбыҙ менән Сафакүл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Мөжәһитов ҡатнашлығында эшлекле һөйләшеү уҙҙы»,— ти Зинфира Закурдаева.
Йырсы, оҙон көйҙәр башҡарыусы Зилиә Бәхтиева халыҡ йырҙарын өйрәтә, "Һылыуҡай"ҙа ҡатнашасаҡ ҡыҙҙарҙы конкурсҡа әҙерләй. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштыра.
Читайте нас: