Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 01:01

Арыҫлан Галин 450 мең һум аҡса отто

"Выше крыши" Йәштәр гражданлыҡ форумында Арыҫлан Галин "Музыкаль революция" проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 450 000 һум күләмендә грант отто.

"Выше крыши" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ форумы Санкт-Питербург ҡалаһында 11-13 сентябрҙә үтте. Форум майҙансығы Васильевский тарихи утрауындағығы «Севкабель Порт»ында булды. Форум программаһы үҙ эсенә ете йүнәлеште алды. Шунда уҡ ижади оҫтаханалар, күргәҙмәләр, саф һауалағы программалар, һәр төрлө концерттар инде.
Сараны Санкт-Питербургтың Росмолодеж яҡлауындағы йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш буйынса комитет ойошторҙо.
Проекттың төп маҡсаты – ижади йәштәр араһында электрон музыка яҙыу буйынса ижади потенциалды үҫтереү.
Читайте нас: