Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:39

Лениндар ураҡты тамамланы!

Төбәк һәм район агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры булып танылған Ленин исемендәге АХК тағы бер хеҙмәт еңеүенә өлгәште – хужалыҡ игенселәре 1752 гектарҙа сәселгән иген культураларын урып-һуғыуҙы иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Ураҡта ҡатнашҡан һәр кем был еңеүгә тос өлөш индерҙе, ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте.

Ураҡ-2020

Лениндар ураҡты тамамланы!

Төбәк һәм район агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры булып танылған Ленин исемендәге АХК тағы бер хеҙмәт еңеүенә өлгәште – хужалыҡ игенселәре 1752 гектарҙа сәселгән иген культураларын урып-һуғыуҙы иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Ураҡта ҡатнашҡан һәр кем был еңеүгә тос өлөш индерҙе, ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте.

Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллективтың алдынғы эш тәжрибәһе, заман менән бергә атлауы республика кимәлендә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла. Ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре осоронда ла Ғәлим Булат улы хужалыҡ производствоһын, коллективын һаҡлап ҡына ҡалманы, ә уны үҫтереү, төп фондтарҙы, техник потенциалды яңыртыу мөмкинлеге лә тапты. Һөҙөмтәлә бөгөн Ленин исемендәге АХК бөтә төр тармаҡтар буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән, хеҙмәт ярыштарында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәгән хужалыҡ булып танылды.

Тейешле технологияларҙы файҙаланыу, ер тураһында даими хәстәрлек күреү, производствоны оҫта ойоштороу быйылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ йылында ла предприятиеға 1752 гектарҙа үҫтерелгән иген культураларынан миҙгеленә күрә яҡшы уңыш үҫтереп алыу мөмкинлеге бирҙе – гектар ҡеүәте уртаса 8,1 центнер тәшкил итте. Бойҙай – 8,4, арпа – 6,6, һоло 9,9 центнер төшөм бирҙе. Тулайым йыйым иһә 14190 центнер булды.

Иген культураларын яҫмаға һалыуҙа алдынғы механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин менән Фәнил Ғәйетбаев һынатманы. Ашлыҡты урып-һуғыуҙа комбайнсылар Биктимер Килдин, Ишмулла Сәғәҙәтов һәм Хәйҙәр Балхин иң юғары һөҙөмтәгә иреште. Баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташыуҙа водителдәр Наил Үҙәнбаев һәм Хәмит Тимербулатов, механизатор Илдар Гөлбәйетов алдынғылыҡты бирмәне. Ураҡты ойошҡанлы атҡарып сығыуға хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү сараларын киң ҡулланыу, удар 3 көнлөктәр ойоштороу, еңеүселәрҙе аҡсалата бүләкләү ҙә булышлыҡ итте.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырғын табағы коллективы игенде ҡабул итеү, уны таҙартып келәттәргә һалыу эшен ойошҡанлы атҡарып сыҡты. Ләйсән Ишкинина етәкселегендәге ашнаҡсылар баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрҙө. Баш агроном Урал Әхмәтйәнов, баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов, бригадир Азат Исхаҡов үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.

Бер үк ваҡытта баҫыуҙарҙан ферма биләмәһенә һәм хеҙмәтсәндәргә һалам ташыу, ер эшкәртеү эштәре әүҙем дауам итте. Әле 90 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, тағы ла 70 гектарында эшкәртелгән. Был тәңгәлдә механизатор Айрат Туйсиндың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Йылдағыса, малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү юғары кимәлдә ойошторолдо: ныҡлы аҙыҡ базаһы тупланды, фермалар тейешле кимәлдә ремонтланды. Бөгөндән улар малды ҡабул итергә әҙер.

Алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләгән коллективтың, күреүебеҙсә, эш һөҙөмтәләре лә ҡыуаныслы. Был иһә күптәргә өлгө булып тора.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: хужалыҡтың ураҡ батырҙары.

Автор фотоһы.

Читайте нас: