Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 18:40

Ҡазанда -- Мостай Кәримгә һәйкәл!

Бөгөн Мостай Кәрим исмендәге скверҙа (Ырымбур тракты менән Дәүер урамдары киҫешкән урында) Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә ҡуйылған һәйкәлдең асылыу тантанаһы үтте. Тантанала Башҡортостан һәм Татарстан башлыҡтары Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.

Сегодня в Казани, в сквере имени Мустая Карима, на пересечении улиц Оренбургский тракт и Даурской, состоялась церемония открытия памятника Герою Социалистического Труда, народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму. Гостями торжества стали главы Татарстана и Башкортостана — Рустам Минниханов и Радий Хабиров.

Скульптураның дөйөм хаҡы 45 миллион һум. Һәйкәл композицияһына килгәндә, унда шағир Урал тауҙарында ултырған кеүек һынланған. Авторы -- илдең рәссамдары Союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Бөгөн ул Татарстан президентынынан Маҡтау ҡағыҙы һәм Башҡортостандан "Халыҡтар дуҫлығы" ордены менән бүләкләнде.
Читайте нас: