Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 15:21

Баллы тауыҡ бото

#Һаҡмар_рецептарБройлерҙар өлгөрҙө. Уның итен яратмаған кеше юҡтыр. Йәнә лә төрлөләндереп бешереп ебәрһәң... Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп киттеме? Бөгөн бройлер ботон баллы соус яһап бешерәйек. Бының өсөн Тауыҡ бото, 6 аш ҡалағы соя соусы, 4 аш ҡалағы кетчуп, 2 аш ҡалағы бал, 2 балғалаҡ гәрсис, 4 теш һарымһаҡ, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.

Ингредиенттар:
* тауыҡ бото
Соус өсөн:
* 6 аш ҡалағы соя соусы;
* 4 аш ҡалағы кетчуп;
* 2 аш ҡалағы бал;
* 2 балғалаҡ гәрсис (горчица);
* 4 теш һарымһаҡ;
* тәменә ҡарап тоҙ, борос.
Башта тауыҡ ботон майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Унан соус өҫтәйбеҙ ҙә талғын утта 10 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта итте әйләндергеләп торорға онотмайбыҙ.
Тауыҡ ботон ошолай итеп бешергәндә, алдан маринадҡа һалып ҡуймаһаң да була. Һутлы һәм татлы булған был ит һеҙҙең табындың йәме булыр.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Рецеп һәм фото https://vk.com/wall-40020627_536951?hash=e3ed4befea1454d3ac ошо һылтанманан алынды.
Читайте нас: