Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 14:55

Торатау итәгендә ҡурай тажын хәтерләткән тирмәләр

Был үҙенсәлекле эко-отель. Тиҙҙән ул туризмды үҙ иткәндәр өсөн тиҙҙән ишектәрен асасаҡ.

Эко-отелда 7 номер бар. Урталағыһы кафе. Уны төҙгән саҡта тик экологик материалдар (ағас, мамыҡ һ.б.) ғына ҡулланылды. Бер үк ваҡытта бында 50-ләп кеше ял итә ала.
Һәр стандарт номерға 6-8 кеше урынлаша ала. Бүлмәләр ике яруслы карауаттар менән йыһазландырылған. Тирмәләрҙең береһе - "ғаилә" форматында. Йәғни унда ике урынлы карауаттар урынлаштырылған. Отделка эшендә витраж быялалар кеүек үҙенсәлекле материалдар ҡулланылған. Туалет бүлмәләренә һыу үткәрелгән.
Хаҡына килгәндә, стандартн номерҙың эсенә иртәнге аш та индерелгән. «All inclusive» системаһын үҙ итеүселәр өсөн кафела туҡланы, тау башына экскурсия, ат та йөрөү, фотосессия һәм велосипедта йөрөү пакеты ла индерелгән.
Отель йыл әйләнәһенә эшләй. Номерҙар ҡыш көндәре йылытыла.
Кафеға теләгәндәрҙең барыһы ла бара ала. Менюға хәләл ризыҡтар ғына индерелгән. Өсмөйөштәр, бишбармаҡ, ҡымыҙ тәҡдим ителә. Кафела яҡын-тирәлә йәшәгән халыҡ эшләй ала.
Эко-отель 2020 йылдың 1 июленән эшләй башлай.
Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/geoparktoratau?w=wall-189419140_58 ошо постан алынды.
Читайте нас: