Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 14:06

Матур ғаилә – ил күрке Бәхетен тыуған ерендә тапҡан

Янғаҙынан Тимербулатовтар ауылдаштарына өлгө күрһәтеп йәшәй

Бәхетен ситтә түгел, ә тап тыуған ерендә тапҡан, башҡаларға үрнәк булырлыҡ итеп йәшәгән милләтәштәребеҙ күп арабыҙҙа. Ундайҙар тыуған ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм терәге булып тора, ғәзиз төйәгебеҙҙең киләсәген билдәләй, алдағы көндәргә өмөт-ышаныс уята. Янғаҙы ауылынан Айгөл менән Юлай Тимербулатовтар тап шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Юлай Усман улының барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы Янғаҙы менән бәйле. Ауылдағы башланғыс, Ҡарамалылағы 10 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Баймаҡтағы һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштерә. Артабан данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумында белемен арттыра – веттехник булып сыға. Предприятиеның Октябрь, Янғаҙы һәм Ҡарамалы бүлексәләрендә һөнәре буйынса эшләй.
Йәштән ойоштороу, йүнселлек һәләте булған егет үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона. Ул ун ике йыл дауамында ағас сығарыу, таҡта, төҙөлөш материалдары, утын етештереү менән шөғөлләнә. Аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар бынан һигеҙ йыл элек крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора һәм “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә. Унда еңеп сыҡҡас, дәүләт ярҙамына таналар һатып ала һәм малсылыҡ тармағын маҡсатлы үҫтереү эҙмә-эҙлекле дауам итә. Шулай итеп, “Йылайыр” совхозының Янғаҙы бүлексәһе яҙмыш ҡарамағына ташланмай – тап Юлай Усман улының тырышлығы менән һаҡлап ҡалына, элекке базаларҙа мал үрсетеү дауам итә.
Бөгөн инде “Ю.У. Тимербулатов” КФХ-һы – ҡеүәтле матди-техник базаһы булған, йылдан-йыл тотороҡло үҫешкә өлгәшкән заманса предприятиеларҙың береһе. Бөгөн хужалыҡта 200 баш һыйыр малы, 90 баш йылҡы һәм 50 баш һарыҡ аҫрала, улар һаны тотороҡло һаҡлана. Малсылыҡ тармағы производствоһын тейешенсә ойоштороу өсөн үҫемлекселекте лә күтәреү мөһим – фермер бының өсөн 400 гектарҙа иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерә.
Юлай Усман улы 6 кешене даими эш урыны һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә Янғаҙының социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос өлөш индерә. Ул ауылда башҡарылған барлыҡ эштәргә лә ярҙам күрһәтә, материалын да, аҡсаһын да бирә. Был төбәктәге иң эре фермер хужалығы башлығы булараҡ, Ю.Тимербулатов тыуған ауылы тураһында хәстәрлек күреүҙе үҙенең бурысы тип һанай.
Юлайҙың тормош иптәше Айгөл Рәүеф ҡыҙы – Темәс ауылы һылыуы, уның кәңәшсеһе һәм яҡын терәге ул. “Мин ҡатынымдан уңдым, - ти фермер, - тап уның ныҡлы ярҙамы, мине бер һүҙҙән аңлауы, аҡыллы булыуы арҡаһында тормошобоҙ матур, эшебеҙ уңай. Бер-беребеҙҙе аңлап татыу ғүмер итеүебеҙгә лә 22 йыл була”. “Юлай бик ышаныслы кеше, ул тоғро ир, хәстәрлекле атай, - тип һүҙгә ҡушыла 18 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан Айгөл, - мин үҙемде бик бәхетле һанайым”.
Тимербулатовтар үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләй. Өлкәндәре Диниә Сибай медицина колледжында уҡый, Юлиә, Салауат һәм Айгүзәл – мәктәп уҡыусылары.
-Ауылда ла гөрләтеп донъя көтөргә, үҙең яратҡан эшең менән шөғөлләнергә тула, - тиҙәр Айгөл менән Юлай Тимербулатовтар. - Бының өсөн тырышлыҡ һәм тыуған ереңде яратырға ғына кәрәк.
Ошондай күркәм ғаиләләр районыбыҙ ауылдарының киләсәге ул. Уларҙан үрнәк алайыҡ!
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: