Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 17:45

29 мая стартовал автопробег от деревни Шаймуратово

29 май көнө Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Украинаның Луган өлкәһенең Изварино пограничниктар пунктына тиклем автоуҙыш старт алды. Ул марафон легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнала. Легендар кавалерия дивизияһы байрағын, Луган өлкәһендә һәләк булған һалдаттар исемлеге яҙылған табличкалар, кедр үҫентеләрен Миңлеғәле Шайморатовтың мемориалына урынлаштырыу планлаштырыла.Бындай марафондың идеяһын яҙыусы, журналист, «Несокрушимая и легендарная 112-я…» китабы авторы Борис Яковлевич Малородов бирҙе. Акцияны ойоштороусылар араһында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Салауат Харасов, АНО «Центр социальной адаптации «Аҡтау», «Ночные волки» байкер клубы бар.Автоуҙышта ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се полктың эскадрон командиры, Советтар Союзы Геройы Платонов Георгий Федоровичҡа инеп сыҡтылар. 97 йәшлек Георгий Платонов Башкавдивизияһының берҙән-бер тере шаһиты. Әле ул Саратов өлкәһенең Хвалынск ҡалаһындағы үҙ исемен йөрөткән урамда йәшәй.Автоуҙыш ҡатнашыусылары кисәге геройға Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелеүе тураһында һөйләне.– Быны беҙ оҙаҡ көттөк, - тине Советтар Союзы Геройы.Г.Ф.Платоновтың исеме лә башҡалар менән бергә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған.

29 май көнө Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Украинаның Луган өлкәһенең Изварино пограничниктар пунктына тиклем автоуҙыш старт алды. Ул марафон легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнала. Легендар кавалерия дивизияһы байрағын, Луган өлкәһендә һәләк булған һалдаттар исемлеге яҙылған табличкалар, кедр үҫентеләрен Миңлеғәле Шайморатовтың мемориалына урынлаштырыу планлаштырыла.
Бындай марафондың идеяһын яҙыусы, журналист, «Несокрушимая и легендарная 112-я…» китабы авторы Борис Яковлевич Малородов бирҙе. Акцияны ойоштороусылар араһында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Салауат Харасов, АНО «Центр социальной адаптации «Аҡтау», «Ночные волки» байкер клубы бар.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се полктың эскадрон командиры, Советтар Союзы Геройы Платонов Георгий Федоровичҡа инеп сыҡтылар. 97 йәшлек Георгий Платонов Башкавдивизияһының берҙән-бер тере шаһиты. Әле ул Саратов өлкәһенең Хвалынск ҡалаһындағы үҙ исемен йөрөткән урамда йәшәй.
Автоуҙыш ҡатнашыусылары кисәге геройға Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелеүе тураһында һөйләне.
– Быны беҙ оҙаҡ көттөк, - тине Советтар Союзы Геройы.
Г.Ф.Платоновтың исеме лә башҡалар менән бергә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған.
Читайте нас: