Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Мая 2020, 19:54
"Танып"тан да вахтасылар ҡайтырға юлланды
2020 йылдың 10 майынан Асҡын районындағы "Танып" шифаханаһында 200 вахтасы йәшәп, ике аҙна ваҡытын үткәрҙе. Ял итеүселәр араһында райондыҡылар ҙа бар.
Добавить в предпочтительные источники Google
2020 йылдың 10 майынан Асҡын районындағы "Танып" шифаханаһында 200 вахтасы йәшәп, ике аҙна ваҡытын үткәрҙе. Ял итеүселәр араһында райондыҡылар ҙа бар.
Вахтасыларҙың һәр ҡайһыһы Асҡын үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡаралды һәм COVID-19 инфекцияһына биоматериал алынды. Улар араһындағы өсәү артабан дауаланыу өсөн Бөрө район дауаханаһына оҙатылды.
Вахтасылар бар уңайлыҡтары булған номерҙарға урынлаштырылдылар. Туҡланыу ҙа номерҙарҙа ойошторолдо. Бынан тыш вахтасылар үҙҙәре теләгән аҙыҡ-түлекте онлайн заказ менән алдыра алдылар. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә лә ярҙам итте. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә һаулығын тикшереп торҙолар, көнөнә ике тапҡыр температураһын үлсәнеләр.
14 көн обсервация үткәндән һуң вахтасылар өйҙәренә ҡайтып киттеләр. Күптәр шифаханаға ҡабаттан ғаиләләре менән килергә һүҙ бирҙеләр.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"