Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 00:32

"Ҡарағай" шифаханаһында ла обсерватор асылды

7 майҙан Яҡутстандың Чаядин ятҡылығында эшләгән вахтасылар өсөн Мәсетле районының "Ҡарағай" шифаханаһы ла үҙ ишектәрен асты.

"Ҡарағай" шифаханаһы республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 180 кешене 14 көн дауамында ҡараны.
Вахтасылар бар уңайлыҡтары булған (душ, интернет, телевизор) номерҙарға урынлаштырылды. Бүлмәләрҙән сыҡмай ғына туҡланыу ҡаралған.Шулай уҡ вахтасылар онлайн рәүештә үҙҙәре теләгән аҙыҡ-түлекте заказ менән алдырыу мөмкинлегенә лә эйә булды. Көндәлек кәрәк әйберҙәр, шифахананың йөҙө булған кәзә ҡымыҙын, бал, ҡамыр, һөт һәм кондитер аҙыҡтарын һ.б. күберәк алдырҙылар.
Обсервация ваҡытында кешеләр менән тәүлек әйләнәһенә шифахананың колл-центр үҙәге аша аралаштылар, заявкалар ҡабул иттеләр, проблемаларын хәл итергә тырыштылар.
Бар вахтасылар ҙа обсерваторға килгәс тә, унан 10-сы көнгә анализдар тапшырҙылар. Һаулыҡтарын тикшереп торҙолар.
14 көн үткәс, ниһайәт ҡайтырға әҙерләнә башланылар. Барыһының да ҡулдарына документтар биреп, шифахананың реклама продукцияһын биреп, юлдарына аҙыҡ-түлек һалып, юлға оҙаттылар.
Уларҙың күптәре бындағы хеҙмәтләндереүҙе оҡшатып, киләсәктә ғаиләләре менән килергә һүҙ биреп ҡайттылар:
- Яҡшы ашаттылар, хеҙмәтләндерҙеләр. Республика Башлығына рәхмәт, беҙҙе ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләне. Шифахана администрацияһына рәхмәт. Матур итеп ҡаьбул иттеләр. Тәбиғәте иҫ киткес. Барыһы ла юғары кимәлдә. Бында ял итеү өсөн килер кәрәк.
- Киләсәктә бында ғаиләм менән килергә теләйем. Саф һауа, сифатлы дауа... Ҡунаҡсыл хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
(Мәғлүмәтте шифахана бирҙе)
Читайте нас: