Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 12:35

Әбйәлилдәге обсерватор бушап ҡалды...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Әбйәлил районында ойошторолған обсерваторҙағы вахтасылар бөгөн ҡайтып киттеләр.

Обсерваторҙа 400 тирәһе вахтасы урынлаштырылғайны. Шуларҙың һигеҙендә коронавирусҡа шик тыуыу, ауырыуҙар менән бәйләнешкә инеү ихтималлығы бар ине. Улар дауаханаға һалынды. Ҡалған вахтасы «Березки» ял йортонда ике аҙна дауамында карантинда булып, үҙ өйҙәренә юлланды.
«Егеттәр үҙ йорттарына таралышты. Уларҙың барыһында ла тест ауырыуҙы инҡар итте. Артабан улар өйҙәрендә үҙ табиптары ҡарауында буласаҡтар. Ҡала-райондар! Ҡаршы алығыҙ! — тине Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов.
Изоляторҙа күңелле хәбәрҙәр ҙә ишетелеп торҙо. Мәҫәлән, вахтасы Артур Ибраһимовтың улы тыуҙы. Артурҙы оҙатып, "Яҡтыкүл шифаханаһы" директоры — обсерватор етәксеһе Фаил Байназаров район халҡы исеменән ҡотлап, бүләк тапшырҙы.
«Беҙҙең башлығыбыҙ, етәкселегебеҙҙең ошолай ярҙам итеүенә сикһеҙ шатбыҙ. Беҙ, Башҡортостан халҡы, ошондай етәкселегебеҙ булғанға уңдыҡ. Беҙҙе тиҙ арала ҡайтарып алдылар, яҡшы ҡаршы алдылар. Ошолай һәйбәт урындарға урынлаштырҙылар. Бик ризабыҙ. Күңелдәр күтәрелеп китте. Хеҙмәткәрҙәр ҙә беҙҙең менән һәйбәт мөғәлләмә иттеләр. Күптәребеҙ ауыр ваҡыттар үткәс, ғаиләләребеҙ менән килеп ял итеп ҡайтырға ҡарар итте», — тип вахтасы Владимир Берестов тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
ИА «Башинформ»
Читайте нас: