Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 12:32
Рәсәй Президентының 11 майҙағы мөрәжәғәте: баһалар һәм халыҡ фекере
Владимир Путиндың һуңғы мөрәжәғәте менән халыҡтың 70%-ы таныш. Инициативаларҙың күпселеген йәмғиәт шатланып ҡабул итте.#Путин
Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) РФ президенты Владимир Путиндың 11 майҙағы мөрәжәғәте буйынса рәсәйлеләрҙең фекерен өйрәнә.
Рәсәй президентының 11 майҙағы мөрәжәғәте тураһында рәсәйлеләрҙең 88%-ы ишеткән.
Шул иҫәптән уның
70%-ы президент сығышын ҡарап йә тыңлап ултырған йә яңылыҡтарҙан уҡып белгән.
Мөрәжәғәтте күҙәтеп барғандар араһында 75%-ы ыңғай ҡарашта. 72%-ы мөрәжәғәттең йөкмәткеһен оҡшатҡан.
Президент ысынбарлыҡты һәм кешеләрҙең проблемаһын аңлай, тип 66% халыҡ әйткән.
Президент әйтеп үткән мөрәжәғәтте рәсәйлеләрҙең күбеһе яҡлай.
Халыҡты яҡлау буйынса күрелгән сараларҙың иң яҡшы 5-үе (Топ-5). 3-15 йәштәге һәр балаға бер тапҡыр түләнә торған 10-ар мең һум буйынса күрелгән сараны рәсәйлеләрҙең 95%-ы ҡеүәтләй.
Ә бына эшләмәгән граждандарҙың бала ҡараған өсөн алған суммаһының ике тапҡыр артыуын яҡташтарыбыҙҙың 93%-ы ҡеүәтләй. Ә бына өс йәшкә тиклемге балаларға ағымдағы йылдың апреленән алып июненә тиклем булған 5-әр мең түләүҙе халыҡтың 92%-ы ҡеүәтләй. Рәсәйлеләрҙең 91%-ы 3-7 йәштәге балаларға ҡарата булған субсидияны һәм социаль учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәренә өс ай (апрель-июнь) ай дауамында биреләсәк түләүҙәр яҡлы.
Рәсәйлеләрҙең 89%-ы санитар нормаларын теүәл үтәгән осраҡта иҡтисад үҫешенә йоғонто яһаған төп предприятиеларҙы ҡабаттан тергеҙеү яҡлы.
Шулай уҡ 80%-ы санитар нормаларын теүәл үтәгән осраҡта 12 майҙан эшләмәй торған осорҙоң тамамланыуы һәм күп халыҡ йыйған сараларҙы сикләү яҡлы.
Халыҡтың 76%-ы үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәрҙең 2019 йылда түләгән һалымдарын кире ҡайтарыу һәм коронавирус арҡаһында зарар күргән предприятиеларын апрель-июнь айҙарында һалым түләүҙән азат итеү яҡлы.
Коронавирусҡа алынған тест һанын 300 меңгә тиклем арттырыуҙы рәсәйлеләрҙең 75%-ы ҡеүәтләй.
Рәсәйлеләрҙең 72%-ы зарар күргән предприятиелар өсөн биреләсәк махсус кредит программаһын,
ә 71%-ы төбәк башлыҡтарына бирелгән вәкәләттәр өсөн.
Коронавирустан иң күп зыян күргән эшҡыуарҙарға МРОТ күләмендә түләнәсәк страховка өсөн рәсәйлеләрҙең 70%-ы шат.
Ватандаштарыбыҙҙың 63%-ы шәхси эшҡыуарҙарға һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы күрһәткән дәүләт структарыларына өҫтәмә капитал биреү яҡлы.
Рәсәйлеләрҙең 81%-ы Президент сығышында бәйән ителгән ярҙам сараларын халыҡ өсөн кәрәкле, тип иҫәпләй.
Улар шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өсөн дә файҙалы, тип 66%-ы иҫәпләһә, 17%-ы бының менән риза түгел.
Рәсәйлеләрҙең күпселеге (73%) президенттың коронавирусҡа бәйле ситуацияны хәл итеү өсөн барыһын да эшләй, тип уйлай. Илдәге ситуацияны президент контролдә тота, тип ватандаштарыбыҙҙың 67%-ы уйлай.
https://wciom.ru/index.php?id=236&uid=10277
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?