Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 15:53

Еңеүселәр 14 майҙа билдәле буласаҡ

Халыҡтың күп һанлы үтенесен иҫәпкә алып, «Һаҡмар»ға яҙыл һәм бүләк от!» акцияһы 14 майға тиклем оҙайтылды (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ!)

Был акцияға йомғаҡ тап 14 майҙа иртәнге 11 сәғәттә йомғаҡ яһала.
Бүләктәр уйнатыу тура трансляцияла һәм гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында алып барыласаҡ. 14 май иртәнге 11.00 сәғәткә тиклем яҙылып өлгөргәндәр араһында 30 ҡаҙ бәпкәһе, 10 өйрәк (уны даими бағыусыбыҙ Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова әҙерләне), "Ынйы" теген ательеһынан сертификат (Әлфирә Нәҙербаева әҙерләне), аҙыҡ-түлек йыйылмаһы (Николай Жжонов әҙерләне), массажға 1 мең һумлыҡ сертификат (Гөлнур Йәнсурина әҙерләне) уйнатыла. Ә төп приз – ҡорбанлыҡ һарыҡ һәм күп функциялы массаж яһау приборы!
әгәр сканерҙы аңлап етмәһәгеҙ, ошо һылтанмаға https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1099/ баҫып, онлайн яҙыла алаһығыҙ. Башта гәзитте почта индексын яҙып, кәрзингә һаҡлайбыҙ. Унан кәрзингә инеп, адресығыҙҙы тултырып яҙаһығыҙ. Банк карточкаһы аша түләп, квитанцияғыҙҙы электрон почтағыҙҙа һаҡлағыҙ һәм беҙгә ебәрегеҙ.
Был акцияға йомғаҡ тап 14 майҙа иртәнге 11 сәғәттә йомғаҡ яһала икәнен онотмағыҙ. Бүләктәр уйнатыу "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙә тура трансляциялана һәм гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында алып барыласаҡ. Кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, шул ваҡытҡа тиклем яҙылып, квитанцияларығыҙҙы ебәрегеҙ. Уны шулай уҡ, "Бәйләнештә" сайтына хәбәр (сообщение) итеп ебәрә алаһығыҙ.
Матур приздар отоғоҙ, милләттәштәр!
"Һаҡмар" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: