Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Мая 2020, 05:36
"Йәшә һәм Хәтерлә"
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Ҡоролтай эргәһендәге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль ирекмәндәр отряды «Йәшә һәм хәтерлә» исемле автоуҙыш иғлан иткәйне. #ВремяГероев#БөйөкЕңеүгә75йыл#национальныепроекты
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Ҡоролтай эргәһендәге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль ирекмәндәр отряды «Йәшә һәм хәтерлә» исемле автоуҙыш иғлан иткәйне.
Акцияның маҡсаты – Чечен, Афған һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләренә, яҡындарына ярҙам күрһәтеү булды. Автоуҙыш тулыһынса маҡсатына иреште.
Ирекмәндәр 6-7 майҙа отряды үҙ автомобилдәрендә Ғафури - Ауырғазы - Иглин - Мәләүез - Стәрлебаш - Нуриман - Баймаҡ - Хәйбулла - Күгәрсен райондары, шулай уҡ Өфө - Күмертау - Салауат - Стәрлетамак ҡалалары буйлап үтеп, аҙыҡ-түлек йыйынтыҡтарын таратты.
“Ярҙам алыусылар беҙҙе күҙ йәштәре менән ҡаршыланы. Ярҙам алыуҙан да түгел, ә улдарын онотмауҙары, уларҙы әле лә иҫләүҙәре өсөн түгелгән шатлыҡ йәштәре ине. Отряд исеменән район - ҡалаларҙың ветерандар советтарына һәм Башҡорттар ҡоролтайы етәкселәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», - ти Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"