Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 01:12

Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында бушлай маска тараттылар

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә маскаларҙы Өфөлә, бөгөн - Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, иртәгә Ишембай һәм Меләүез ҡалаларында таратасаҡтар.

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында «#МаскаВПомощь» республика акцияһы үтте. "Наша забота" проекты ирекмәндәре 12 сәғәттә "Магнит" гипермаркеты (ТРК "Сити-молл") һәм "Лента" гипермаркеты алдында бушлай медицина маскалары биреп торҙолар. Был көн 3 мең маска таратылды. Масканан тыш стәрлеләргә георгий таҫмалары ла ҡушып бирелде.
Бөгөн шулай уҡ Кумертау ҡалаһы ла #МаскаВПомощь республика акцияһына ҡушылды. Еңеү ирекмәндәре лә медицина маскалары менән бер рәттән георгий таҫмалары таратты. Бындай акция Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән үткәрелде.
Ошондай уҡ акциялар республиканың башҡа ҡалаларында ла үткәрелде. Башҡортостан буйынса ирекмәндәр барлығы 50 мең медицина маскалары таратасаҡ. БР Башлығы указына ярашлы (https://npa.bashkortostan.ru/27995/), бөгөндән бар республикала маска режимы эшләй башлай.
Маска кейеү бер, уны дөрөҫ кейә белеү ҙә мөһим:
1. Маска биткә һылашып, йәғни тулыһынса танауҙы, ауыҙҙы һәм эйәкте ҡаплап торорға тейеш.
2. Тегелгән масканы кейгәндә уға ҡул менән ҡағылырға ярамай. Юғиһә инфекция ҡулығыҙҙан күҙегеҙгә йә ауыҙығыҙға эләгеүе ихтимал.
3. Масканы ҡолаҡтан ғына тотоп сисергә мөмкин. Туҡымаға ҡағылмағыҙ.
4. Материалға тотонған саҡта ҡулығыҙҙы һәйбәтләп йыуығыҙ, йә дезинфекция спрейын ҡулланығыҙ.
5. Масканы һәр 2 сәғәт һайын алыштырып тороғоҙ. Ҡулланылғанын ташлағыҙ. Бер үк сумкағыҙға йә кеҫәгеҙгә һала күрмәгеҙ. Тағы берҙе ҡулланыу һаулығығыҙға зыян килтереүе ихтимал.
6. Медицина маскаһын бер тапҡыр ғына ҡулланыу мөмкин икәнлеген онотмағыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә маскаларҙы Өфөлә, бөгөн - Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, иртәгә Ишембай һәм Меләүез ҡалаларында таратасаҡтар.
Читайте нас: