Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 18:05

Йәнә 100 вахтавик ҡайтып етте

"Магнитогорск" аэропортына 100 вахтовиктан торған йәнә бер борт ҡайтты.

"Магнитогорск" аэропортына 100 вахтовиктан торған йәнә бер борт ҡайтты. Бөгөн тағы ла 100 кешенең ҡайтыуы көтөлә. Уларҙың барыһы ла Саха (Якутия) Республикаһының Чаяндинск ятҡылығында эшләп йөрөйҙәр. Яҡын көндәрҙә Башҡортостандан барлығы 1800 вахтовик ҡайтасаҡ. Улар араһында 94 кеше беҙҙең районыбыҙҙан.
Ҡайтып еткәндар үҙҙәрен яҡшы тоя, температуралары юҡ. Әммә хәүефһеҙлек саралары күреп, уларҙың барыһы ла обсервацияға Әбйәлил районына ебәрелделәр. Роспотребнадзор тәҡдиме менән вахтовиктар 21 көн дауамында карантинда булғандан һуң өйҙәренә ҡайтырҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең республика тәүгеләрҙән булып вахтовиктарын ҡайтарырға ҡарар итте. Яҡут республикаһында вахтовиктар митинг ойоштороп, социаль селтәрҙәр аша ярҙам һоранылыр. Уларҙың барыһы ла дөйөм ятаҡта йәшәгәндәр. Гигиена саралары күҙәтелмәгән, антисептиктар таратып бирелмәгән. Ауырыуҙар ҙа, һауҙар ҙа бергә йәшәргә мәжбүр булған. Улар Башҡортостан Башлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң, 30 апрель хөкүмәт ултырышында яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарырға ҡарар ителде.
«Беҙ тәүгеләрҙән булып Яҡутиянан үҙебеҙҙең 200 вахтала эшләгәндәрҙе ҡайтарып алдыҡ, – тип Республика Башлығы Facebook селтәрендәге диуарына яҙҙы. – Унда хәл бик шәптән түгел, ауыр хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙҙы тиҙ арала ҡайтарып алыр кәрәк ине. Әлбиттә, улар араһында ауырығандар һаны ла булыуы ихтимал. Табиптарға бик еңелдән булмаҫ, аңлап торабыҙ. Ауырыуҙарҙы дауаларбыҙ. Ауырымағандар изоляцияла ултырырға тейеш буласаҡ. Дөрөҫ аңлағыҙ, башҡаларҙы ла уйлағыҙ».
Читайте нас: