Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 02:36

Хәбиров: Пандемиянан һуң беҙ алдыбыҙҙа башҡасараҡ йәмғиәтте күрәсәкбеҙ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә «Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумында яңы йәмғиәттә властың үҙенә, уның әхлаҡи йөҙөнә һәм компетентлығына ла яңы талаптар формалаштырыла тип белдерҙе. Яңы талаптарға килеү өсөн йәмғиәттең бөтә ағзаларына яуаптар эҙләргә кәрәк.

Башҡортостан башлығы фекеренсә, даими хәүеф янаған осорҙа айырыуса сәйәси, социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Тәжрибә көслө власть, тейешле сәйәси институттар булған урында вирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барылыуын күрһәтә.
Шулай уҡ Радий Хәбиров илебеҙҙә коронавирустан үлеү кимәленең түбән булыуы һәм сараларҙы ойоштороу барышы – тап шуның, бөтә власть структураларының көслө лидер, Рәсәй Президенты Владимир Путин тирәләй тупланыуы һөҙөмтәһе тип уйлай.
28 апрелдә республика етәкселеге башланғысы менән «Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш» онлайн-форумы бара. Халыҡ-ара һәм Рәсәй спикерҙары донъяның коронавирустан һуң киләсәге тураһында фекер алыша.
ww.bashinform.ru/news/1444807-v-obshchestve-budut-novye-trebovaniya-k-kompetentsii-vlastey-khabirov/
Читайте нас: