Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 12:58

Дубай һәм Гоанан йәнә туристар ҡайтты

«Уральские авиалинии» авиокомпанияһы тарафынан башҡарылған ике рейсты Өфө аэропорты ҡаршы алды. Тәүге рейс менән Дубайҙан пассажирҙар 26 апрель ҡайтты. Һауа судноһының бортында 117 кеше була, шуларҙың 17-һе Башҡортостандыҡылар. 27 апрелдә Гоанан 162 турист (республиканан 37 кеше) ҡайтты.

Килеп етеү менән БР буйынса Роспотребнадзор идаралығы белгестәре пассажирҙарҙың тән температураһын үлсәне, унан сит илдән ҡайтыусылар паспорт һәм таможня контроле үтте. Унан Башҡортостан хөкүмәте юлдан ҡайтыусыларҙы йылы аш, эсемлектәр һәм плед менән тәьмин итте.
Дубайҙан - 34, ә Гоанан ҡайтҡан 56 пассажир ике аҙнаға карантинға Өфө районындағы обсерваторға ебәрелде. Ғәрәпстандан 50 турист - Екатеринбург, Гоанан 51 кеше - Нижний Новгород аша ҡайтты. Ырымбур, Һамар, Нижегород өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан республикалары, Перм крайы үҙ туристарын автобус менән алып ҡайттылар.
Читайте нас: