Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 14:00

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған йыр марафонына Удмурт республикаһы ла ҡушылды

Ижев ҡалаһында халыҡ акцияһына республиканың танылған коллективтарының береһе - Академик хор капеллаһы ҡушылды. Был коллектив акцияға республикала үҙизоляция индерелмәҫ элек ҡушылып өлгөрә. #песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Ижев ҡалаһында халыҡ акцияһына республиканың танылған коллективтарының береһе - Академик хор капеллаһы ҡушылды. Был коллектив акцияға республикала үҙизоляция индерелмәҫ элек ҡушылып өлгөрә.
«Съемка урынын һайлап алау ауырлыҡ тыуҙырманы. Ул төбәктең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнөң символикаһы булған Мәңгелек ут, тыл хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған һәйкәл, ИЖГТУ янындағы Калашников исемендәге сквер», - тип Удмурт Республикаһының мәҙәниәт министры Владимир Соловьев билдәләне.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Удмуртияла Советтар Союзының хәрби-сәнәғәт йәһәтенән мөһим булған базаларҙың береһе булды. Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙан 50-нән ашыу предприятиелар тап был республикала Еңеүгә юл ярҙы. Тап Ижевскта атыу ҡоралы булған винтовка һәм карабиндар 11 миллиондан ашыу сығарылды. Был Германияла етештерелгән ошондай уҡ ҡоралдар һанынан күпкә артығыраҡ.
Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Федерацияһы Президентының вәкиле ойошторған марафон 25 апрель старт алды. Популяр булған "Еңеү көнө" йырын Мордва һәм Мари Эль республикаларында башҡарып өлгөрҙөләр. Давида Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән легендарь йыр бөгөн тәү тапҡыр удмурт телендә яңғыраны. Ә йырҙың премьераһы тәүге тапҡыр тап 45 йыл элек булғайны.
Йырҙың юбилейындағы марафонда Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнашасаҡ. Удмуртия эстафетаны Башҡортостанға бирә.
Видеороликтарҙы округтың телерадиокомпанияларында тура эфирҙа, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегы буйынса тыңларға һәм ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: