Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 20:17

Бөрйән районындағы "Шүлгән-таш" ҡурсаулығы музейы көрсөккә ҡарамаҫтан артабан да төҙөлөүен дауам итәсәк

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге диуарына яҙып ҡуйҙы.

«4 мең квадрат метр майҙанда палеолит осоронда ташҡа эшләнгән, «Урал батыр» эпосы барлыыҡа килгән осорҙо сағылдырған һүрәттәрҙең күсермәһе урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш бина спелеолог-ғалимдар эшләй алырлыҡ лабораториялары булған фәнни үҙәк менән дә тәьмин ителәсәк. Был Көньяҡ Уралдағы юғары профилле тәүге фәнни база буласаҡ. Музей-ҡурсаулыҡтың бинаһы ноябрь айында эшләнелеп бөтөп тапшырылыуы көтөлә. Унан инде 2021 йылдың йәйендә иһә беҙ күп һанлы туристарҙы юғары кимәлдәге музейҙа ҡабул итә башларбыҙ.
Ике ҡунаҡхана һәм ресторанды төҙөүгә инвесторҙарҙы саҡырабыҙ.
Вирустар килерҙәр ҙә китерҙәр. Ә бындай тарихи урын донъла берәү генә. Һәм ул беҙгә клиенттар алып киләсәк», ― тип яҙҙы ул.
Читайте нас: