Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 12:53

Эшҡыуарҙарға ярҙам итер өсөн Путин ниндәй саралар күрҙе?

15 апрелдә үткән кәңәшмә Рәсәй Президенты Владимир Путин иғтибарын кесе эшҡыуарҙарға йүнәлтте. Тап улар пандемияға бәйле килеп тыуған көрсөк тап кесе эшҡыуарҙарға килтереп һуҡты. #Путин

Туранан-тура ярҙам
25 марттағы мөрәжәғәтендә үк Владимир Путин кесе һәм урта эшҡыуарҙарға күрһәтеләсәк ярҙам сараларынан һалым каникулдары тураһында әйтеп үткәйне инде. Һуңынан был исемлек киңәйтелде.
Әммә, быға ҡарамаҫтан, күп һанлы һорашыуҙар үткәргәндән һуң, әле лә кесе һәм урта эшҡыуарҙарҙың иртәнге көнгә ышанысы булмауын, күп кенә төбәктәрҙә бындай ярҙамдың күрһәтелмәүе, банктарҙың булышлыҡ итергә ашыҡмауы билдәле булды.
Шуға ла дәүләт башлығы бындай эшҡыуарҙарға туранан-тура ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Күрһәтеләсәк сумма хеҙмәткәрҙәр башына ҡарап, айына 12130 һумдан түләнә. Заявка биреү дистанцион рәүештә башҡарыла. Путиндың билдәләүенсә, бындай ярҙам сараһы эшҡыуарға апрель һәм май айҙарына хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән компаниялар 2020 йылдың 1 апреленә хеҙмәткәрҙәр һанын 90% кимәлендә һаҡлап ҡалырға тейеш, тип ул өҫтәне. Ә ведомстволарҙың бындай мәғлүмәтте тикшереү мөмкинлеге бар. Апрель өсөн ― 18 майҙа, ә май өсөн түләүҙәр ағымдағы йылдың июнендә күсеүе көтөлә.
"Деловая России" рәйесе Алексей Репик әйтеүенсә бындай түләүҙәр өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 24-37 млрдлап һум тотонолоуы ихтимал.
"Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ тураһында һүҙ барғанда, беҙ 2-нән алып 3 миллионға тиклем эшҡыуарҙы күҙаллайбыҙ", - тип өҫтәне Репик, һәм был сумманың дәүләт өсөн артыҡ ҙур булмауын билдәләне.
"Опоры России" президенты Александр Калинин әйтеүенсә, бындай компенсация күп кенә хеҙмәткәрҙәрҙең эш урынын һаҡлап ҡаласаҡ.
"Банктар биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, компанияларҙың 90%-ы хеҙмәткәрҙәре алдындағы бурысты ҡаплаған, йәғни эш хаҡын түләгән. Бындай ярҙам эш биреүселәргә эш урындарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Беҙ, әлбиттә, киләсәктә бындай ярҙам сараларының тағы ла артыуын көтәбеҙ" , - тине Калинин.
Эш хаҡын түләү өсөн алынған кредиттарҙы "төҙәтеү"
Кәңәшмәлә Путин эшҡыуарлыҡ өсөн бирелә торған ноль процентлы кредитттар программаһын ныҡ тәнҡитләп үтте. Бындай кредиттарҙы алыу ҙур ҡыйынлыҡтар менән башҡарыла. Банктар бирергәғашыҡмай. Шунлыҡтан бындай кредит биргән банктар өсөн дәүләт гарантияһын бирергә тәҡдим итте. Бындай мөмкинлек менән шулай уҡ кесе, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡ тармағына ла ҡулланыу мөмкинлен бирергә тәҡдим итте.
Президент шулай уҡ әйләнеш өсөн махсус кредит алыу мөмкинлеге тураһында ла һөйләне. Был кредиттар ғәҙәттәге кредиттан 6 процентҡа кәмерәк буласаҡ, тине. Ә уның яртыһына дәүләт гарантияһы бирелә.
Читайте нас: