Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 12:30

Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр Рәсәй халыҡтары телен ҡыҫырыҡлармы?

РФ Конституцияһына Президент индергән төҙәтмәләр рус һәм башҡа милләттәр теле статусын миллиттәр телен өйрәтер, хоҡуҡи яҡтан нығытыр. #Путин

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, медицина фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева "Спутник ФМ" радиоһына биргән интервьюһында былай тине:
"Телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү -- ул мөһим. Дәүләт телебеҙ булған рус телен мотлаҡ белергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта туған телдәр ҙә берҙәй өйрәнелергә тейешле. Был да минең өсөн мөһим. Минең, мәҫәлән, туған телем татар теле, икенсе бер туған телем -- рус теле. Бөгөн беҙ Башҡортостанда башҡорт һәм рус телдәрен өйрәнәбеҙ. Был да бик яҡшы. Туған телде һаҡлап алып ҡалыу бик мөһим!"
Рәсәйҙә 193 милләт кешеләре йәшәй. Был яңы төҙтмәләр һәр халыҡҡа үҙ телен өйрәнергә, уны киләһе быуындарға таратыу мөмкинлеген бирә.
Конституцияға ҡарата булған был төҙәтмәләр тураһында "Башҡортостан урыҫтары соборы" дини йәмғиәт ойошмаһы эштәр идарасыһы Виктор Афанасьев: "Рус теленә килгәндә, ул дәүләт теле. Үткәндә авиация университеты уҡытыусыһы булараҡ, йәштәрҙең телен күҙәтәм. Ике рус һүҙенә 8 һүгенеү тап килә. Бында ниндәй тел тураһында һүҙ бара? Шуға ла телде өйрәнеү мәсьәләләре үтә лә мөһим", -- тине.
Рус теле дәүләт теле статусын алғас, уны боҙоуҙа, бысратыуҙан һаҡлап, тип ышанам, тине ул.
Текст поправки гласит: "государственным языком Российской Федерации на всей ее территории является русский язык, как язык государствообразующего народа, входящего в многонациональный союз равноправных народов Российской Федерации". Согласно поправке, республики, входящие в состав России, вправе устанавливать свои государственные языки и использовать их в органах госвласти, органах местного самоуправления, госучреждениях республик наряду с русским языком.
Отмечу, что Президент РФ Владимир Путин предложил закрепить в Конституции положение о том, что РФ "гарантирует всем ее народам право на сохранение родного языка, создание условий для его изучения и развития".
Автор: Роза Тухбатова.
Читайте нас: