Һаҡмар
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
8 Апреля 2020, 04:35
Иртәгә Өфөлә эшҡыуарҙар онлайн-кәңәш ҡора
9 апрелдә 16.00 сәғәттә "Бизнес-изоляция: талаптар һәм ҡарарҙар" онлайн-конференцияһы ойошторола.#нацпроекты#домаяҡшыраҡ
Конференцияның маҡсаты -- һуңғы ваҡиғаларға бәйле көрсөккә юлыҡҡан Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарына мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ төп проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтеп, башҡа эшҡыуарҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу.
"Бизнес-изоляция: талаптар һәм ҡарарҙар" онлайн-конференцияһында төрлө өлкәлә эшләгән эшҡыуарҙар яңы иҡдисади шарттарҙа үҙҙәренең хәле һәм ҡарарҙары тураһында бәйән итә. Сауҙаның кәмеүе, сикләү сараларының йоғонтоһо, ҡулланыусыларҙа ихтыяждың артыуы кеүек ғәмәли мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана. Һәр эшҡыуар тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлын тәҡдим итеп, тармаҡ буйынса коллегаларының һорауҙарына яуап бирәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше департаменты директоры Милена Арыҫланова, “Wildberries” компанияһының генераль директоры Татьяна Бакальчук, футуролог, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте етәксеһе кәңәшсеһе Михаил Федоренко, шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлендәге уңышлы эшҡыуарҙар конференцияның спикерҙары буласаҡ.
https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=48511
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"