Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 23:29

Һаҡ булығыҙ: ялған санитарҙар!

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Билдәһеҙ кешеләр санитар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип, үҙҙәрен танытып, юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға профилактика саралар тураһындағы «Коронавирус COVID-19» тип аталған брошюраны тәҡдим итәләр. Һатып алыуҙан баш тартҡан осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыу менән янайҙар.Мутлашыуҙың был осрағы менән тап булһағыҙ, 112 телефонына шылтыратып әйтеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Билдәһеҙ кешеләр санитар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип, үҙҙәрен танытып, юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға профилактика саралар тураһындағы «Коронавирус COVID-19» тип аталған брошюраны тәҡдим итәләр. Һатып алыуҙан баш тартҡан осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыу менән янайҙар.
Мутлашыуҙың был осрағы менән тап булһағыҙ, 112 телефонына шылтыратып әйтеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Читайте нас: