Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Апреля 2020, 14:10

Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышына арналған "Беҙҙең Еңеү 75" йәш эҙәрмәндәр конкурсы старт алды

Конкурста ҡатнашыусылар әҙер материалдарынт ебәреп, 4 октябргә тиклем заявка бирә ала.#Путин

"Беҙҙең Еңеү 75" конкурсы Рәсәйҙә дүшәмбе көн башланды. 2020 йылды Рәсәйҙә Президент Владимир Путин Дан һәм хәтер йылы, тип иғлан итте.
"Конкурстың төп маҡсаты -- ғаиләләр, ауылдар, ҡаласыҡтар, ҡалалар, хатта тотош төбәктәрҙең Еңеүгә индергән өлөшөн сағылдырған эҙәрмәндәр эшен баһалау. Беҙ, шулай уҡ, айырым төбәктәргә ҡағылған интерактив карта ла төҙөргә уйлайбыҙ", - тине Юрманов.
Конкурста алты номинация ҡаралған. Уның ҡатнашыусылары үҙҙәре йәшәгән төбәктең Бөйөк Ватан һуғышына бәйле иҫтәлекле урындарын күрһәтергә, туғандары һәм яҡындары тураһында һөйләргә, теге йәки был урындың тарихын бәйән итергә, Еңеүҙе хәтерләткән ғаилә йолаларын һүрәтләргә тейешле була. Алыҫ Көнсығыштағы Япон милитаристарын тар-мар итеүгә арналған "Алыҫ Көнсығыш һәм Байкал аръяғы фронты - онотолған һуғыш" ("Дальневосточный и Забайкальский фронты - забытая война") номинацияһы айырым билдәләнә.
Конкурстың ойоштороусылары -- Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүсе "Ратник" йәмәғәт ойошмаһы. Конкурстың координация советы рәйесе -- Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Петр Толстой. Ҡатнашыусыларҙан заявкалар һәм материалдар ҡабул итеү 4 октябргә тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙе Ватан Геройҙары көнөн билдәләгәндә тәбрикләү күҙаллана.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"

© 2026

Об использовании персональных данных

Телефон
(34751)31326
Эл. почта
sakmar07@rambler.ru
Адрес
453630, Республика Башкортостан, Баймакский район, г. Баймак, пр-т С. Юлаева, 38
Рекламная служба
(34751)31337
Редакция
(34751)21499
Приемная
(34751)31326
Сотрудничество
(34751)21499
Отдел кадров
(34751)21838
Яндекс.Метрика