Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2020, 00:07

Башҡортостан Республикаһы Башлығы икенсе гранты конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды хәбәр итеүенсә, БР Башлығы икенсе грант конкурсына ғаризалар 2020 йылдың 14 апреленә тиклем дауам итә. Конкурс Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм күп милләтле республика халҡының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Конурстан коммерция булмаған ойошмалар (НКО) һәм дәүләт, муниципаль бюджет ойошмалары ҡатнаша ала. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәп тә, башҡорт телен үҫтереү буйынса эш алып барған коммерция булмаған ойошмалары ла заявка бирә ала.

Грант проекты тематикаһы:
1) Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен РФ һәм сит илдә пропагандалаусы һәм үҫтереү;
2) БР дәүләт һәм башҡа милләт телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән мәҙәни, мәғариф һәм фәнни проекттарын эшкәртеү һәм ғәмәлгә ашырыу;
3) республикала русс теле һәм әҙәбиәтен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, БР-ҙа йәшәүсе халыҡтар телен өйрәнеү һәм уҡытыу методикаһын эшкәртеү;
4) республиканан ситтә башҡорт халҡының ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу, сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың милли сәнғәтен һаҡлап ҡалыу;
5) туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү тәжрибәһен уртаҡлашыу, халыҡ-ара мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәр булдырыу;
6) Республиканы, уның дәүләт телдәрен һәм күп милләтле халыҡтар телен үҫтереүгә һәм һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән күренекле шәхестәр эшмәкәрлеген мәңгеләштереү.

Конкурс проекттарын финанслау дөйөм алғанда 50 млн һум тәшкил итә.
Конкурсҡа заявкалар электрон вариантта grant.openrepublic.ru сайтында «Конкурсы» бүлегендә ҡабул ителә. Заявкалар ҡабул итеү 2020 йылдың 14 апреленә тиклем дауам итә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте grant.openrepublic.ru сайтындағы «Документы» бүлегендә алырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон һандары: +7 (347) 218-16-82; 8-903-311-69-37

#фсгорб