Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 12:50

Башҡортостан халҡына Рәсәй Почтаһы пенсия һәм пособиеларҙы ай дауамында өйҙәренә алып барасаҡ

Эпидемиялогия буйынса киҫкен булған мәлдә Рәсәй Почтаһы республика халҡын өйҙә ҡалдырыр өсөн барыһын да эшләйәсәк.

Апрелдә почтальондар пенсия һәм пособиены өйгә алып киләсәктәр. Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Почтаһынан пенсия алғандар араһында 6,5 проценты әле лә бүлексәләргә килеп алып йөрөйҙәр. Апрелдә иһә уларҙың барыһы ла өйҙәрендә көтөп ултырырға тейештәр.
Бәйләнештәр үҙәгенең 8-800-1-000-000 бушлай телефон һандары буйынса республика халҡы почтала һатылған тауарҙарҙы өйгә алып килеүҙәрен һорап, заявка ҡалдыра ала. Мобиль почта кассаһы менән тәьмин ителгән почта хеҙмәткәрҙәре һеҙгә уны алып киләсәк. Касса аппараты ярҙамында һеҙ шулай уҡ ЖКХ, телефон бәйләнеше өсөн түләү, шулай уҡ икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ. Бар яңылыҡтарҙы алдан белер өсөн "Һаҡмар" гәзитенә лә яҙылырға онотмағыҙ.
Компаниеның сайтында һәм мобиль ҡушытһында клиенттар посылка һәм ваҡ пакеттарҙы өйгә алып килеүҙәренә заявка бирергә, курьер саҡыртырға, дәүләт органдары менән юридик көскәм эйә булған яҙышыуҙар алып барырға мөмкин. Йәғни онлайн хеҙмәтте ҡулланып, почта бүлексәләренә барыуҙы ҡыҫҡартырға була.
Рәсәй Почтаһы клиенттарынан бүлексәләргә барып йөрөүҙән тыйылырға саҡыра. Килгәндәренә лә Роспотребнадзор тәҡдим иткәнсә атҡарыла. Сиратта көткән саҡта кешеләр араһы 1,5-2 метр булырға тейеш. Иҙәндә был арауыҡ һыҙып ҡуйылған.
2 һәм 3 апрелдә республиканың почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй. Киләсәктә нисек эшләүе тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: