Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Апреля 2020, 15:09

Заявка биреп өлгөр!

10 ғинуарҙан федераль порталда (https://zemteacher.edu.ru/) “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү бара.

Федераль порталда заявка биргәндән һуң дәғүә итеүселәр документтарын:
1) нотариаль раҫланған документ күсермәләрен zemteacher.irorb@yandex.ru электрон адресы буйынса
2) ҡағыҙҙағы күсермәләрҙе Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы,120, 204-се бүлмә (БР Мәғарифты үҫтереү институты) адресы буйынса тапшыра.
Заявкалар 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8 987 584 57 76 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Программала ҡатнашыу өсөн документтар исемлеге менән https://education.bashkortostan.ru/activity/19767/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Лилиә Күсәбаева әҙерләне.
Читайте нас