Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 12:28

Почтаның карантин ваҡытындағы эш графигы

Рәсәй Почтаһының республикалағы бүлектәре 30 марттан 3 апрелгә ҡәҙәр айырыуса режимда эшләйәсәк. Был клиенттар һәм почта хеҙмәткәрҙәренең яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙан ҡурсалау маҡсатында эшләнелә.

Рәсәй Почтаһының республикалағы бүлектәре 30 марттан 3 апрелгә ҡәҙәр айырыуса режимда эшләйәсәк. Был клиенттарҙы һәм почта хеҙмәткәрҙәрен яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙан ҡурсалау маҡсатында эшләнелә.
30 марттан 1 апрелгә тиклем барлыҡ почта бүлексәләренең ишектәре клиенттар өсөн ябыҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта почта корреспонденцияларын, пенсияны һәм пособиеларҙы сортировкалау, алып барыу ғәҙәти режимда башҡарыла.
Кесаҙна һәм йома (2 һәм 3 апрель) тап ошо көндәр өсөн тәғәйенләнгән эш графигы буйынса эшләйәсәк.
Пенсия һәм пособие үҙ ваҡытында алып барыласаҡ. Бынан тыш Рәсәй Почтаһы РФ хөкүмәте менән берлектә почта корреспонденцияларын почтала һаҡлау ваҡытын 30 көндән 60 көнгә тиклем оҙайтыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Был кешеләрҙең карантин ваҡытында ҡаңғырмай тыныс ҡына өйҙә ултырып көтһөндәр өсөн эшләнелә.
РФ Хөкүмәте сайтында баҫылған аңлатма материалдарға ҡарағанда, Рәсәй Почтаһы өҙлөкһөҙ эшләүсе ойошмаларҙың береһе булып һанала. Шунлыҡтан компания үҙ эшен тулыһынса туҡтата алмай. Шуға Рәсәй Почтаһы клиенттарына һанлы сервистар менән ҡулланырға саҡыра. Һәм үҙе үк пенсияны, социаль пособиеларҙы коммуналь хеҙмәткә түләүҙәрҙе, посылканы, хаттарҙы алып барыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Хеҙмәткәрҙәр, иһә, карантин ваҡытында ла посылкаларҙы һәм хаттарҙы эшкәртә, корреспонденцияларҙы алып барасаҡ.
Читайте нас: