Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 13:12

Иҫкәртеүсе автомобилдәр сыҡты урамға

Ѳфѳ урамдарында автомобилдәрҙә йөрөп халыҡты карантин шарттары, ҡағиҙәләре менән таныштырыу эше йәйелдереп ебәрелгән. Әйткәндәй, тап шундай автомобиль кисә Баймаҡ урамдарын да йөрөп сыҡты.

Ѳфѳ урамдарында автомобилдәрҙә йөрөп халыҡты карантин шарттары, ҡағиҙәләре менән таныштырыу эше дауам итә. Баймаҡта ла ОГИББД автомобилдәре репродуктор аша кешеләрҙе халыҡ күпләп йыйылған урындарға бармаҫҡа, урамға сығып йөрөмәҫкә саҡырҙы. Ә инде 65 йәштән үткәндәргә тик өйҙә генә ултырырға кәңәш итте.
Беҙ ҙә #өйҙәултыр, #өйҙәнсыҡма тип киҫәтәбеҙ. Һеҙҙең һаулығығыҙ -- үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа!
Читайте нас: