Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 13:39

Covid-19 -- йәнә ике кешелә

"Беҙҙә йәнә 2 Covid-19 осрағы", -- тип социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. Франциянан ҡайтҡан студент һеңлеһенә йоҡтора.

"Беҙҙә йәнә 2 Covid-19 осрағы", -- тип социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. Франциянан ҡайтҡан студент һеңлеһенә йоҡтора.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн тәүге коронавирус йоҡторған пациент һауығып сыҡты. Инфекция йоҡторған башҡа ауырыуҙарҙа үҙҙәрен яҡшы тоялар. Шуға ҡарамаҫта, эксперттар әйтеүҙәренсә, ауырыуҙар һанының кинәт үҫеп китеү һыҙығына етеп киләбеҙ. Шунлыҡтан Рәсәй хөкүмәте тәҡдим иткәнсә, бөгөн 20:00 сәғәттә БР башлығы ҡарары сыға. Уғат ярашлы республика халҡы тулыһынса үҙ-үҙен изоляцияларға тейешле була. Был беҙгә пандемияның ауыр эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
"Яҡташтарыма һәр саҡ аңлап эш итеүҙәренә рәхмәтлемен. Киләсәктә лә үҙ һаулығығҙға битараф булмаҫһығыҙ тип ышанам һәм был мәхшәрҙең тиҙерәк тамамланыуына өмөт итәм", - тип республика башлығы үҙ диуарында яҙған.
Читайте нас в