Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 12:17

Һаулыҡ мөһимерәк, йәки эшҡыуарҙар менән Путин нимә тураһында һөйләште?

Төрлө өлкәләге бизнес вәкилдәре 26 мартта Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашып, коронавирус айҡанлы осраған ҡаршылыҡтар тураһында һөйләне. Путин кемде нисек йыуатты, ә чиновниктар араһында кемде балалар кафеһына "стажировкаға" ебәрәләр – ошоларҙың барыһы тураһында ла "Рәсәй киләсәге. Милли проекттар" порталы корреспонденттары яҙмаһында уҡығыҙ. #Путин

Һаулыҡты һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу

Владимир Путин эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа пандемия үҫешкән саҡта һаулыҡты һаҡлау мәсьәләләрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға ла бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләренә килгәндә, граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәү сиратта ҡарар кәрәк.
"Мөһим мәсьәлә — граждандарҙың һаҡлығын һәм ғүмерен һаҡлау, был аныҡ мәсьәлә. Шулай уҡ иҡтисад батҡанда һаулыҡты һаҡлау өсөн дә ресурс булмаясаҡ. Беҙ былай ҙа кесе бизнестың ауыр хәлдә булыуын күреп, аңлап торабыҙ", - тине Путин.
Тәҡдим менән Mail.ru Group генераль директоры Борис Добродеев та сығыш яһаны. Ул президенттан агрегаторҙарға лицензияһыҙ дарыу препараттарын, шул иҫәптән рецепт аша алынғандарын алып килергә рөхсәт һораны. Яуап итеп президент, власть органдары был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә, тине.

Бәләкәй бизнес өсөн вакцина

Социаль эшҡыуар, Балалар һәм ололар өсөн кейем етештереүсе "Маманонстоп" компанияһының генераль директоры Евгения Лазарева эш урынын ҡуртымға алған бәләкәй эшҡыуарҙарға ҡуртым өсөн түләүҙәр мәсьәләһен күтәрҙе.
"Хөкүмәт төбәктәр менән берлектә мөлҡәтҡә һалымды бер аҙ кәметеү тураһында килешеүҙәр алып бара. Был, үҙ сиратында, сауҙа предприятиеларына ла ярҙам итер ине", - тип хәбәр итте президент.
Шулай уҡ дәүләт башлығы бизнесҡа ярҙам итеү маҡсатында кесе һәм урта компаниелар өсөн һалым түләүҙе ярты йылға кисектереп торорға тәҡдим итте. Шулай уҡ был банк кредиттарына ла ҡағыла.
РФ беренсе вице-премьеры Андрей Белоусов әйтеүенсә, кесе бизнес өсөн хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләтеү маҡсатында Сбербанк һәм ВТБ ошо юҫыҡта кредит бирә башлаясаҡ.
"Был эш хаҡы түләү маҡсатында бирелгән кисектергеһеҙ кредит", - тине ул.

Пандемия эҙемтәһе һәм уның тиҙлеге

"АндерСон" ғаилә кафеһын булдырыусы Анастасия Татулова әйтеүенсә, ярҙамды бырыһына ла: кесе, микро-, урта һәм ҙур предприятиеларға ла күрһәтер кәрәк. Ул үҙе бәхәсләште лә, үтенде лә, хатта илап та алды, шулай ҙа властан ярҙам алыуын инҡар итмәне.
"Мин кисә ярҙам һорап Андрей Рэмовичҡа (Белоусовҡа) килдем. Хөкүмәттә беҙҙе ишетеүҙәре һөйөндөрҙө", - тине эшҡыуар.
Путин уға өҫтәп, беҙҙә ярҙамды әлбиттә, кесе, урта һәм үҫешкәнэшҡыуарҙарға ла күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.
Юлия Ермилова, Татьяна Морозова, Наиль Шахвалиев.
Читайте нас: