Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 11:37

Яҡшылыҡҡа йүнәлтелгән төҙәтмәләр

ЛДПР фирҡәһе вәкилдәре илдең төп законына төҙәтмәләр индереү буйынса ыңғай ҡарашта. Был турала Иван Сухарев хәбәр итте.

«Владимир Жириновский президент менән күрешкән саҡта ЛДПР фирҡәһе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Беҙ дөйөм алғанда ыңғай ҡараштабыҙ», — тип ЛДПР фирҡәһе депутаты Иван Сухарев белдерҙе.
Парламентарий иҫәпләүенсә, 1993 йылда Рәсәйҙә ҡабул ителгән конституция хәҙерге дәүләтебеҙҙең үҙенсәлектәренә яуап бирмәй. Һәм уны нисек тә булһа үҙгәртергә кәрәк ине.
«1993 йылда ҡабул ителгән конституция универсаль һәм ул бар илдәргә лә ярай. Ул дәүләтебеҙҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай. Уны әллә ҡасан уҡ бер аҙ үҙгәртер кәрәк ине. Үҙгәрештәргә ЛДПР фирҡәһе лә үҙ өлөшөн индерҙе. Беҙҙең өсөн, айырыуса дуҫтар урынына "партнерҙар" уратып алған заманда, был үҙгәрештәр бик урынлы», — тине Сухарев.
Читайте нас: