Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 11:42

Ольга Панчихина: "Ил Конституцияһы гражданлыҡ йәмғиәте төшөнсәһен нығытырға тейеш"

Башҡортостан Республикаһының Йәмғиәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина 10 мартта РФ Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләр буйынса булған ултырышта ҡатнашты.

Ольга Панчихина һүҙҙәренә ҡарағанда, был ҡыҙыу бәхәстә 67,71, 75 статьялар ентекле тикшерелде. Шулай уҡ граждандарҙы социаль яҡлауға, айырып әйткәндә, дәүләттең ғорурланыр балалар тәрбиәләү менән бәйле тәҙәтмәләр тураһында фекер алышыу булған.
"Конституция ярайһы ғына тулыландырылды. Илдең төп законына "Гражданлыҡ фйәмғиәте", "Социаль ориентирланған НКО", "ирекмәнлелек" кеүек төшөнсәләрҙе индерергә тәҡдим ителде. Минеңсә былар бик мөһим төҙәтмәләр. Быларҙың береһе лә 1993 йылдағы конституция текстында булманы ла. Унда бары тик йәмғиәт берекмәләре тураһында ғына һүҙ барғайны", - тип Башҡортостандың йәмғиәт палатаһы рәйесе билдәләне.
"Рус телен дәүләт теле итергә тигән тәҡдимдәр ҙә яҡлау тапты. Шул уҡ ваҡытта төбәктәр үҙ телен өҫтәп дәүләт теле тип иғлан итә ала", - тип комментирй бирҙе Ольга Панчихина Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр тураһында.
Читайте нас: