Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 13:50

Путин: Еңеү Парадында һуғыш ветерандары иң ҡәҙерле ҡунаҡ буласаҡ

Рәсәй лидеры билдәләүенсә, ветерандарҙың йәшен дә иҫәпкә алыу мөһим.#Путин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә үткән 9 майҙағы Еңеү Парадында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иң ҡәҙерле ҡунаҡ булыр, тип вәғәҙә бирҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта ул ветерандарҙың йәшен һәм һаулыҡ торошон да иҫәпкә алыу кәрәклеге тураһында киҫәтте.
"Парадта ветарандарҙың ҡатнашыуына килгәндә, уларҙың йәшен дә иҫәпкә алыу мөһим", - тине дәүләт башлығы Ҡырым һәм Севастополдә йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашҡан саҡта.
"Беҙ йыл һайын ветарандар өсөн айырым урын әҙерләп ҡуябыҙ. Бында һорауҙы башҡасараҡ билдәләр кәрәк: һаулығы форсат бирерме?", ", - тине ул.