Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 23:31

Яҙғы боҙҙан һаҡ булығыҙ!

Һәр йыл һайын яҙғы боҙ арҡаһында күп кешеләр һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында ғәҙәттә балалар һәм балыҡсылар күберәк була. Ә бит ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп тә, был афәттән ҡотолоп була.

Һәр йыл һайын яҙғы боҙ арҡаһында күп кешеләр һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында ғәҙәттә балалар һәм балыҡсылар күберәк була. Ә бит ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп тә, был афәттән ҡотолоп була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кеше өсөн 10-12 сантиметрҙан да кә булмаған боҙ яңғыҙ барған саҡта хәүефһеҙ, тип атала. Әгәр аяҡ аҫтында ярылған боҙ тауышы ишетелһә, ул урындан шыуа-шыуа китер кәрәк. Әгәр хәүеф көслө булһа, ятығыҙ. Ул саҡта кәүҙә ауырлығы ҙурыраҡ урынға бүленә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:
һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;
йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап үтегеҙ;
ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;
боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;
әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;
айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: