Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 11:58

Мәҙәниәт министрлығы 2023 йылды Рәсәйҙә Музыка йылы булараҡ үткәрергә тәҡдим итте

Ҡарар проекты менән танышып, үҙ фекерҙәрегеҙҙе 2020 йылдың 30 мартына тиклем ҡалдырырға мөмкин буласаҡ#нацпроекты

Рәсәйҙә Музыка йылы тип 2023 йылда иғлан ителеүе ихтимал. Ҡарар проекты дүшәмбе көн проекттарҙың федераль порталында РФ Мәҙәниәт Министрлығы тарафынан баҫылды.
"Музыка сәнғәтен артабан үҫтереү маҡсатында ҡарар итәм: 1. 2023 йылда Рәсәй Федерацияһында Музыка йылы итеп үткәрергә", - тиелә проектта.
Ҡарарға РФ президенты ҡул ҡуйған осраҡта <...> РФ хөкүмәтенә ярты йыл эсендә Музыка йылын ойоштороу буйынса хәл итергә, уның составын билдәләргә, шулай уҡ төп саралар планын төҙөп, уны эшкәртергә тейешле була.
Проект буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге 2020 йылдың 30 мартына тиклем дауам итә.
Читайте нас: