"Яңы мәктәптәрҙәге ҡоролмалар ресторандар көнләшерлек, ә инде иҫке типтағы мәктәптәр уҙған йылдар техникаһын һаҡлайҙар әле. Әле муниципалитеттар был юҫыҡтағы проблеманы хәл итеү өҫтөндә эшләйҙәр. Мониторинг барышында тултырылған анкеталарға таянып, ҡайһы мәктәптә ҡоролмаларҙы яңыртыу кәрәклеге хәл ителәсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың күп кенә белем биреү учреждениеларына ашхана интерьеры дизайны өҫтөндә эшләргә кәрәк булыр", -- тине Рәил Әсәҙуллин.