Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 10:44

2020 йылда 260-тан ашыу коммерция булмаған ойошмалар милли проекттарҙа ҡатнаша

НКО-лар араһында күбеһе "Демография" һәм "Экология" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.#Путин

2020 йылда 260-тан ашыу коммерция булмаған ойошмалар милли проекттарҙа ҡатнаша. Был турала "Национальные приоритеты" АНО генераль директоры София Малявина социаль өлкәләге попечителлек буйынса РФ Хөкүмәте Советы янындағы ултырышта хәбәр итте.
"Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда беҙҙә милли проекттарҙа 265 коммерция булмаған ойошмалар ҡатнашыуы билдәле", - тине Малявина.
НКО-лар араһында күбеһе "Демография" һәм "Экология" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша (икеһендә лә 27-шәр ойошма). Был турала Совет ултырышындағы "Национальные приоритеты" АНО генераль директоры презентацияһында әйтелә. Коммерция булмаған һәм йәмғиәт ойошмаларын йәлеп итеү буйынса "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты, ә дүртенсе баҫҡыста "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты тора.
Мәҫәлән, "Ирекмән медиктар" бөтә Рәсәй хәрәкәте ирекмәндәре сәләмәт тормош алып барыуҙы һәм йәмғиәт һаулығын нығытыу буйынса корпоротив программаларын ашырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Был йәһәттән маҡсатлы күрһәткестәр "Демография" милли проектында планлаштырылған.
"Экология" милли проекты сиктәрендә "Еңеү ирекмәндәре" бөтә Рәсәй хәрәкәте ирекмәндәре "Еңеү баҡсаһы"н ултыртып, урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып барҙылар. "Таҙа уйындар" йәмғиәт хәрәкәте уйындарында коммерция булмаған ойошмалар менән берлектә урмандарҙан, йылға ярҙарынан, күл буйҙарынан 1,2 меңдән ашыу тонна сүп-сар йыйып алынды.
"Ирекмән-медиктар" ҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ярайһы эштәр башҡаралар: бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерлектәрендә йәшәгән халыҡҡа профилактик медосмотр үткәрә - "Ауылға изгелек" проекты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалау - "Йөрәкте ҡурсалап" проекты, рак ауырыуҙарын профилактикалау - "Онко-патруль" проекты.
АНО "Национальные приоритеты" башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, НКО һәм ирекмәндәр төрлө йүнәлештәге барлыҡ милли проекттарҙы ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Шул иҫәптән милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы экспертизалауҙа, рәсәйлеләрҙе уҡытыу, мәғлүмәт биреү, күпләп халыҡты йыйып саралар үткәреүҙә, мохтаждарға ярҙам итеүҙе ойоштороуҙа ҡулланырға мөмкин.
Читайте нас: