Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 12:12

Песков: коронавирус ситуацияһы Путиндың эш сәфәре графигын үҙгәртмәйәсәк

РФ президенты матбуғат секретары әйтеүенсә, шулай ҙа сит илдәрҙәге ҙур саралар буйынса бер аҙ үҙгәрештәр булыуы ихтимал#Путин

Коронавирус сире РФ президенты Владимир Путиндың эш сәфәре графигын үҙгәрмәйәсәк. Шулай ҙа сит илдәрҙәге ҙур форумдар уҙғарыу буйынса бер аҙ корректировка булыуы ихтимал. Был турала шишәмбе көн журналистарға дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.
"Әлегә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр [Путиндың эш сәфәренә ҡағылған] юҡ, ул төбәктәргә ғәҙәти эш графигы буйынса йөрөйәсәк", - тине президенттың матбуғат секретары. "Шулай ҙа сит илдәрҙә үтәсәк халыҡ-ара сараларҙың ҡайһы берҙәренә ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә тура килер", - тип өҫтәне Кремль вәкиле.
Европа территорияһындағы сит ил лидерҙары менән осрашыуҙарға үҙгәреш индерелдеме, тигән һорауға Песков яуап биреп, әлегә Рәсәй лидеры менән был тәңгәлдәге осрашыуҙар тураһында килешеүҙәр юҡ, тине. Шулай бының бер нисек тә коронавирус менән бәйле түгеллеген билдәләп үтте.
Читайте нас в